Йәштәр өсөн кәрәк14.11.2012
“Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе башланғысы менән булдырылған “Яҡташтар” проектын йәмәғәтселек хуплай. Гәзит уҡыусыларҙы республиканың милли-мәҙәни үҙәктәре рәйестәренең проектҡа ҡарата фекерҙәре менән таныштырыуҙы дауам итәбеҙ.

Ренат ҒӘЛӘМШИН, Башҡортостан удмурттарының милли-мәҙәни үҙәге рәйесе:
— Элегерәк мәктәптәрҙә әүҙем тәрбиәүи эш алып барылды, балаларға өлгө алырлыҡ кешеләрҙе һәр ваҡыт күрһәтеп торҙолар. Аҙаҡ был турала онотолдо, ә “Яҡташтар” проекты изге йоланы тергеҙеүгә булышлыҡ итер, тип уйлайым. Лайыҡлы кешеләр кәмемәне, арҙаҡлы ғалимдар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре һәм мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре арабыҙҙа бихисап. Маҡсатлы эш алып барылыуы, уҡыусыларҙы бөйөк яҡташтарыбыҙ менән осраштырыу уларға ватансылыҡ тәрбиәһе биреүҙә ҙур әһәмиәткә эйә буласаҡ.

РЕДАКЦИЯНАН. Әйткәндәй, “Башҡортостан” гәзитендә “Яҡташтар”ға оҡшаш проекттар күптән тормошҡа ашырыла. “Башҡорт донъяһы” ҡушымтаһы — шуларҙың береһе. Унда беҙ донъяның төрлө тарафтарында йәшәгән булдыҡлы яҡташтарыбыҙҙың тормошон сағылдырабыҙ, улар менән әүҙем бәйләнеш алып барабыҙ. Арҙаҡлы шәхестәребеҙҙе күрһәтеү, улар менән башҡаларҙы таныштырыу йәһәтенән эш киләсәктә лә дауам итәсәк. Был йәһәттән, дуҫтар, һеҙҙең ярҙамға ла мохтажбыҙ: үҙегеҙ белгән, дан ҡаҙанған кешеләр тураһында хаттар көтәбеҙ!


Вернуться назад