Йыл башынан алып Башҡортостандың Дәүләт торлаҡ инспекцияһы идарасы ойошмаларға торлаҡ һәм коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүҙе дөрөҫ иҫәпләмәгән өсөн 18 миллион һумлыҡ штраф һалған.
Ошондай саралар һөҙөмтәһендә 37,6 миллион һум аҡсаға ҡайтанан иҫәп-хисап яһалған. Инспекция вәкилдәре хәбәр итеүенсә, идарасы ойошмалар асыҡланған етешһеҙлектәрҙе төҙәтеү йәһәтенән 306,3 миллион һумлыҡ эш башҡарған.
Башҡортостандың Баш дәүләт торлаҡ инспекторы Илдар Замалетдиновтың әйтеүенсә, әле Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙа “Башҡортостан Республикаһының торлаҡ мөнәсәбәттәре өлкәһендәге айырым закон акттарына үҙгәрештәр индереү тураһында”ғы закон проекты ҡарала. Унда муниципаль торлаҡ контроле эшмәкәрлеге, уның төбәктәге Дәүләт торлаҡ инспекцияһы менән үҙ-ара хеҙмәттәшлеге тәртибе билдәләнәсәк.
— Муниципалитеттарға торлаҡ фондын күҙәтеү һәм граждандарҙың мөрәжәғәттәре буйынса һөҙөмтәле эш ойоштороу мөмкинлеге биреләсәк. Республиканың урындағы үҙидара органдары киләһе йылдың 1 ғинуарынан эш башлау өсөн әҙерлек саралары үткәрә, — тине Илдар Замалетдинов.
Инспекция күп фатирлы йортҡа идара итеү буйынса килешеү проектын эшләүҙә әүҙем ҡатнаша. Был документтың йөкмәткеһе йәмәғәтселектең кәңәштәренә нигеҙләнгән. Килешеү проекты идарасы ойошманың, шулай уҡ милекселәрҙең хоҡуҡ һәм бурыстарын аныҡ билдәләй, ике яҡлы мөнәсәбәттәрҙең асыҡлығын маҡсат итеп ҡуя.
Тиҙҙән Рәсәйҙәге Дәүләт торлаҡ күҙәтеүе тураһындағы положениены ҡабул итеү көтөлә. Унан һуң илдең Төбәктәр үҫеше министрлығы фарманы менән күп фатирлы йорттағы эштәр (хеҙмәттәр) исемлеге раҫланасаҡ.
Л. ИҪӘНҒОЛОВА.