Ишембай ҡалаһының элекке 26-сы балалар баҡсаһына мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы статусын ҡайтарыу – сабыйҙарҙың сиратын кәметеү йәһәтенән ҙур аҙым.
“Йылдар дауамында емерек хәлгә килгән “Миләшкәй” бинаһын яңынан төҙөргә кәрәк булған тиһәң дә хата булмаҫ. Объектта башҡарылған ремонт эштәренең хаҡы 31 миллион һумға төшкән. “Нефтегазсервис” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте эште быйыл көҙ башлаған. Яңы йыл байрамына төҙөүселәр объектты тапшырырға ниәтләй. Барлыҡ кәрәкле документтар әҙер булғандан һуң, балалар баҡсаһын февралдә асыу ҡаралған. Тимәк, 220 бала өр-яңы балалар баҡсаһына йөрөй башлаясаҡ.
“Торатау”, Ишембай районы.