Мәскәүҙә “Милли иҡтисад элитаһы-2012” йыллыҡ халыҡ-ара премияһы лауреаттарын бүләкләү тантанаһы үтте. Был сара 2008 йылда Дәүләт Думаһының Иҡтисади сәйәсәт һәм эшҡыуарлыҡ буйынса комитеты ағзалары башланғысы менән Эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә булышлыҡ итеү фонды тарафынан булдырылғайны, аҙаҡ Рәсәйҙең Дәүләт Йыйылышы, Иҫәп палатаһы, Иҡтисади үҫеш һәм сауҙа министрлығы яғынан хуплау тапты.
Конкурс йомғаҡтары буйынса иҡтисадтың төрлө тармағында уңышлы эшләгән 38 предприятие бүләкләнде, шул иҫәптән Башҡортостандың “Янғантау” шифаханаһына кубок һәм “Эшҡыуарлыҡты үҫтергән өсөн” миҙалы тапшырылды. Жюри компанияларҙың социаль һәм финанс-иҡтисади эшмәкәрлеге һөҙөмтәләрен, социаль яуаплылыҡ йәһәтенән әүҙем позицияһын баһалаған.
Илебеҙҙең шифахана-курорт тармағында алдынғылыҡты бирмәгән “Янғантау” шифаханаһы юғары статусын ошо абруйлы награда менән сираттағы тапҡыр раҫланы. Эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә булышлыҡ итеү фонды президенты, ойоштороу комитеты рәйесе М.Е. Бугера әйтеүенсә, премия менән Рәсәйҙәге бизнестың өр-яңы йөҙөн сағылдырған, илдәге эш этикаһының яңы стандарттарын ғәмәлгә индергән предприятиелар ғына бүләкләнә.
М. ӘМИНЕВА.