Юлдағы аварияла йәйәүле ғәйепле булһа, ватылған автомобилде йүнәтеү өсөн ул түләргә тейеш. Рәсәйҙең Конституция суды, зыян күргән йәйәүлегә компенсация тәғәйенләү тураһындағы эштәрҙең береһен ҡарағанда, ошондай ҡарар сығарған.
Бәлиғ булмаған Алексина Райм, тыйыу билдәһен инҡар итеп, юл аша сыға. Руль артында ултырған ҡатын, машинаһын туҡтатып өлгөрһә лә, ҡыҙҙы тапата. Алексина дауаханаға эләгә. Уның ата-әсәһе ҡуйған талаптарҙың барыһы ла үтәлә: страховка компанияһы дауаланыуға сығымды ҡаплай, автомобиль хужаһы ла зыян өсөн түләй. Боҙолған автомобилде йүнәтеүҙе страховка компанияһы үҙ өҫтөнә ала. Шул уҡ ваҡытта ойошма ҡыҙҙың ата-әсәһенә дәғүә белдерә, сөнки аварияла тап Алексина ғәйепле. Красноярск районы һәм край судтары талапты нигеҙле тип таба. Ғаилә Конституция судына ялыу менән мөрәжәғәт итә.
Суд ялыуҙы ҡабул итеүҙән баш тарта. Юл-транспорт ваҡиғаһында ғәйепле булған йәйәүле матди зыян өсөн яуаплылыҡтан бушатылмай, тимәк, машинаны тап уға йүнәтергә тура киләсәк. Шул уҡ ваҡытта, Гражданлыҡ кодексының 1079-сы статьяһына ярашлы, автомобиль хужаһы, ғәйепле булыу-булмауына ҡарамаҫтан, ғүмергә һәм сәләмәтлеккә килтерелгән зыян өсөн түләргә тейеш.
Л. ДӘҮЛИЕВА.