Уйын автоматтары юҡ ителде14.11.2012
Уйын автоматтары юҡ ителдеМәләүездәге полиция хеҙмәткәрҙәре йәшертен эшләгән биш уйын клубындағы 98 автоматты юҡ итеү буйынса ҡәтғи сара күрҙе. Суд ҡарары буйынса ҡала сүплегенә ташланған уйын ҡулайламаларын бульдозер менән тапатып сафтан сығарҙылар. Әле полиция келәтендә тағы ла 500 автомат сират көтә. Йыл башынан алып Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының Иҡтисади именлек идаралығы хеҙмәткәрҙәре республиканың ҡала һәм ауылдарында 870 йәшерен уйын йортон асыҡлаған. Уларҙан 18 мең “һыңар ҡуллы бандит” тартып алынған. Әле 30 мең берәмек автомат суд ҡарарын көтә.
— Бөгөн законһыҙ уйын эшмәкәрлегенә ҡаршы берлектәге саралар системаһы яйға һалынды, яҡын арала автоматтарҙы юҡ итеү буйынса эш ғәҙәти күренешкә әүереләсәк, — тине Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте етәксеһе Максим Родионов.
Республикала уйын ҡулайламаларын емереү буйынса тәүге акция быйыл 19 сентябрҙә Өфө эргәһендәге ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары полигонында үтте. Унда юҡ ителгән 18 автомат Иглин ҡасабаһындағы уйын йортонан табылғайны.
Әле Башҡортостандың полиция хеҙмәткәрҙәре йәшерен казиноларҙың эшмәкәрлегенә ныҡлы кәртә ҡуйырға вәғәҙә итә.
Г. ИШЕМҒОЛОВА.


Вернуться назад