Сәләмәтлегебеҙгә иғтибарлы булайыҡ14.11.2012
Сәләмәтлегебеҙгә иғтибарлы булайыҡШәкәр диабеты Рәсәйҙә генә түгел, бөтөн донъяла киң тарала бара. Шуның менән бергә был хәүефле сир хаҡында халыҡтың мәғлүмәтлелеге үтә түбән, хатта шәкәр диабетының икенсе тибына дусар кешеләрҙең яртыһынан күбеһе үҙенең ауырыу икәнен белмәй.

Мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, Башҡортостанда йыл һайын шәкәр сирлеләр һаны уртаса 5,4 процентҡа арта. Һуңғы 14 йылда республикала ауырыуҙар, ике тапҡырға тиерлек күбәйеп, 79 825 кешегә етте. Эксперттарҙың әйтеүенсә, беҙҙә сирҙең таралыу күрһәткесе Рәсәйҙәге уртаса күрһәткестән кәмерәк.
Ауырыуҙарҙың уртаса ғүмер оҙайлығы ла арта. Уларҙың тормош сифатын яҡшыртыу сирҙе башланған осорҙа уҡ асыҡлауға һәм тәьҫирле дарыуҙар ярҙамында дауалауға туранан-тура бәйле. Әммә тормошта хәл бөтөнләй башҡаса: күптәр ҡанында глюкоза кимәленең юғары булыуын белеп тә сәләмәтлегенә иғтибар итмәй, табип менән ваҡытында кәңәшләшмәй. Сир аҙып, өҙлөгөүҙәр башланғас ҡына дауалана башлау тейешле һөҙөмтә бирмәй.
Диагноз иртәрәк ҡуйылһа һәм тейешле дауа билдәләнһә, һауығыуға өмөт ҙурыраҡ.
Белгестәрҙең фекеренсә, республикала пациенттарҙың барыһы ла сифатлы дарыуҙар менән тәьмин ителгән, ауырыуҙарҙың 20 проценты Рәсәйҙә етештерелгән инсулин терапияһынан файҙалана. Бөгөн заманса препараттар Орел өлкәһендәге заводта етештерелә. Элегерәк иһә мөһим дарыуҙарҙы сит илдән генә ташыйҙар ине. Белгестәрҙең әйтеүенсә, беҙҙең бөтә препараттар ҙа сифаты, хәүефһеҙлеге һәм тәьҫирлелеге буйынса сит илдекенән ҡалышмай.
Бөтә донъя шәкәр диабетына ҡаршы көрәш көнө алдынан Өфөлә “Диабетҡа ҡаршы көрәштә берләшәйек” тип аталған республика аҙналығы үтә. 12 — 16 ноябрҙә шәкәр сиренә дусар 7 — 18 йәшлек балалар һәм үҫмерҙәрҙең спорт ярыштарын ойоштороусылар өсөн матбуғат конференцияһы һәм брифингтар үткәреү күҙ уңында тотола. Шулай уҡ йәш пациенттар өсөн “Сәләмәтлек мәктәбе” эшләйәсәк. Ә 15 ноябрҙә Башҡорт дәүләт медицина университеты бинаһында ойошторолған диагностика консультацияларында теләгән һәр кем ҡатнаша ала. Аҙналыҡ хәйриә концерты, спорт ярыштарында еңеүселәрҙе бүләкләү менән тамамланасаҡ.

Эксперт фекере:

Татьяна МОРУГОВА, Башҡорт дәүләт медицина университетының эндокринология кафедраһы мөдире, Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш эндокринологы:
— Шәкәр диабетының икенсе тибына, нигеҙҙә, һимереүҙән һәм юғары ҡан баҫымынан яфаланған 60 йәштән өлкәнерәктәр юлығыусан. Нәҫелендә шәкәр сирлеләр булған кешегә лә хәүефләнергә урын бар. Сарсау, ауыҙ эсенең кибеүе, арыу, эшкә һәләтлелектең кәмеүе, күҙҙең насарланыуы, аппетиттың яҡшырыуы менән бер рәттән, ауырлыҡты юғалтыу һәр кемде һиҫкәндерергә тейеш. Туғандарығыҙҙа, яҡын кешеләрегеҙҙә сирҙең ошондай билдәләрен күрһәгеҙ йәки тойһағыҙ, мотлаҡ эндокринологка барырға, ҡанда шәкәр кимәлен билдәләү өсөн анализ бирергә кәрәклеген иҫтәренә төшөрөгөҙ. Ваҡытында дауалай башлау етди өҙлөгөүҙәрҙе иҫкәртәсәк. Инсулиндың аналогтары кеше инсулинына бик яҡын, хәүефһеҙлеге менән айырыла, ҡулланыу өсөн уңайлы.

Олег Малиевский, медицина фәндәре докторы, профессор, Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш балалар эндокринологы:
— Донъялағы бөтә врачтар ҙа, хәүефле сиргә идара итә белгәндә, өҙлөгөүҙәрҙе кәметеү һәм тулы ҡиммәтле тормош менән йәшәү мөмкинлеген раҫлай. Шуға күрә сирҙең мәкерлелеге, хәүефе хаҡында тулыраҡ мәғлүмәткә эйә булыу бер кемгә лә ҡамасауламаҫ. Башҡортостанда балалар һәм үҫмерҙәрҙең 95 проценты инсулиндың юғары сифатлы аналогтары менән тәьмин ителгән. Бындай һөҙөмтәле терапия шәкәр сиренең беренсе тибына дусар йәш пациенттарыбыҙға сәләмәтлеген һаҡларға һәм етди өҙлөгөүҙәрҙе булдырмаҫҡа ярҙам итә.


Вернуться назад