Баш мөхәррир, Башҡортостан дәүләт аграр университетының “Тракторҙар һәм автомобилдәр” кафедраһында бик шәп ғалим бар, күптән түгел генә 75 йәшен билдәләне, форсаттан файҙаланып, уның тураһында мәҡәлә әҙерләргә кәрәк тигәс, баҙабыраҡ ҡалдым. Быға тиклем әҙәбиәт, мәҙәниәт кешеләре тураһында яҙырға тура килгәнлектән, ауыл хужалығы, етмәһә, техника кешеһе менән нисек уртаҡ тел табырмын икән?
Хәйер, техника “ене” малай саҡта миңә лә ҡағылмай үтмәне: самокат булһынмы, сәғәт йә радиомы — ҡутарып ҡарарға ҡул ҡысып ҡына тора ине. Тимәк, техника “тоҙон” ялап уҡ булмаһа ла, тел тейҙереп ҡарағанмын. Етмәһә, бала саҡтағы тәүге хыялым да тракторсы булыу ине бит әле. Был хыялды хәҙерге йәштәргә әйтһәң, сикәләренә бармаҡ менән төртөп күрһәтеүҙәре лә ихтимал. Ләкин беҙҙең малай саҡта тракторсы ауылдың, улай ғына ла түгел, тотош колхоздың олоғара абруйы ине, сөнки колхозда бер-ике генә трактор. Ә уның хужаһы кем? Шул! Трактор кабинаһы беҙҙең өсөн колхоз рәйесе кабинетынан да кәттәрәк күренде.
...Бына әле бала саҡтан ғашиҡ булған ошо һөнәр эйәләрен тәрбиәләгән, йәғни техниканың “атаһы” менән осрашыуға тип китеп барыуым. Ҡыйыр-ҡыймаҫ ҡына ишек ҡыңғырауының төймәһенә баҫам. Ишек асылып китте һәм... Бәй, был бит Лира апай!.. Эйе, эйе, моңло тауышын бөтөн Башҡортостан тыңлап, йөрәктәренә һеңдергән данлыҡлы диктор, Башҡортостандың халыҡ артисы Лира Фәйзуллина апайыбыҙ!
— Әйҙә, рәхим ит, ҡустым! — тине апай, ихлас йылмайып. — Ағайың көтә һине.
Тимәк... Дөрөҫ уйлайһығыҙ, минең әңгәмәсем Лира апайҙың тормош юлдашы Рауил Яҡуп улы Мәхмүтов булып сыҡты. Башҡорттоң шәп йолаһы буйынса артабан әңгәмәбеҙ сәй табынында дауам итте.
— Рауил ағай, әйҙәгеҙ, һүҙҙе бала сағығыҙҙан башлайыҡ, — тинем, юлда үҙемдең хәтирәләр донъяһына сумып килгәнемде иҫкә төшөрөп.
— Ғафури районының Егән йылғаһы буйында ултырған Үтәк ауылынан мин, — тине Рауил ағай, ҡарашын тәҙрә аша алыҫҡа төбәп. — Ғәҙәти ауыл балаларының тормошо менән йәшәнек. Иҫ белер-белмәҫтән тигеләй эшкә йәбештек, һыйыр егеп һалам ташыныҡ, мал-тыуарҙы ҡараныҡ. Ашарға, кейергә йүнле бер нәмә лә юҡ, ләкин белем алыуға ынтылыш көслө ине. Ағайҙар таҡтанан сумка яһап бирҙе, шунда китап-дәфтәрҙәрҙе, мейестә тәгәрәтеп бешерелгән бәрәңгене һалып, өшөп-туңып уҡыуға йөрөйбөҙ. Мәктәпте тамамлағас, кемдер төҙөлөш институтына китте, кемдер башҡа юл һайланы, ә мин Ишембайҙағы нефть техникумына керҙем. Уны тамамлағас, бер йылдан ашыу Омскиҙа эшләргә тура килде. Бер саҡ ялға ҡайтҡанда, институтта уҡыған дуҫтар: “Һин бит беҙҙән дә яҡшыраҡ уҡының, нишләп институтҡа инмәйһең?” — тиҙәр. Тәүәккәлләргә булдым. Ул саҡта бер урынға ун ике кеше ине, бөтә имтихандарҙы “биш”кә тапшырып, инеп киттем ауыл хужалығы институтына.
Рауил ағай үҙе тураһында һөйләргә бик әүәҫ түгел икән. Әле үрҙә яҙғандарҙы ла ауыҙынан тартып тигәндәй алырға тура килде. Ә бына: “Лира апай менән ҡайҙа таныштығыҙ?” — тип һорағас, ҡапыл асылып, күңеле елкенеп киткәндәй булды. Быныһы әле лә ялҡыны һүрелмәгән мөхәббәт шауҡымылыр. Ошо ут уның ҡулына гармунын алырға мәжбүр итте, һәм өй эсенә илаһи моң ағылды. Моң тәьҫиренән арына алмай, эстән генә үҙ-үҙемә әйтеп ҡуйҙым: “Юҡ, был йортта һигеҙенсе тиҫтәһен ваҡлаған әбей менән бабай түгел, ә йөрәктәрендә мөхәббәт ҡайнап торған егет менән ҡыҙ йәшәй!..”
Уйҙарымды һиҙгән кеүек, һүҙгә Лира апай ҡушылды:
— Педучилищены тамамлағас, мине Үтәк ауылына уҡытыусы итеп ебәрҙеләр. Рауил менән шунда таныштым. Эй, гармунда өҙҙөрөп уйнай ине, — тип йәшлек хәтирәләренә сумып алды апай. — Иң беренсе мин уның моңона ғашиҡ булдым.
— Был гармунға хәҙер 100 йыл инде, — тине Рауил ағай, алдындағы моң ҡумтаһын һыйпап.
— Йыр-моңға ғашиҡ кешене ни өсөн тимер-томор әүрәтте икән? — тим. — Бәлки, “тәгәрмәс”егеҙҙе сәнғәт юлына борорға кәрәк булғандыр.
Лира апай эләктереп тә алды:
— И, тимер-томор тиһәң, донъяһын онота ла ҡуя инде ул. Рауилдың әсәһе лә, быға машина ене ҡағылғандыр, ти торғайны.
— Шулай килеп сыҡты инде, — тип йөпләгәндәй әйтеп ҡуйҙы Рауил ағай. — Бала саҡта берәй машина үтеп китһә, артынан сабабыҙ. Эх, исмаһам, ватылып ултырһа, рәхәтләнеп ҡарар инек, тип уйлайым. Арабыҙҙан берәү, малайҙар, әйҙәгеҙ, күперҙең берәй таҡтаһын һурабыҙ, шунда батып ултырасаҡ, ти.
Бына шулай, бала саҡтан машина ене ҡағылған Рауил ағай институтты тамамлағас та шунда уҡытырға ҡала, аспирантураға керә. Тора-бара техник фәндәр кандидаты булып китә. Хәҙер инде илле йылдан ашыу тракторҙар һәм автомобилдәр кафедраһында эшләй.
Беҙ һөйләшкән арала телефон шылтыраны. Элекке уҡыусыһы, хәҙер автосервис етәксеһе ағайҙы юбилейы менән ҡотлай икән. Хәл-әхүәл һорашҡандан һуң, Рауил ағай йомошон әйтте: “Ҡустым, үтенес бар ине һиңә. Армиянан беҙҙә уҡыған бер шәп егет ҡайта. Шуны үҙеңдең яныңа ал әле. Уның ҡулынан эш киләсәк”.
Уҡыусыларының яҙмышы өсөн яуаплылыҡ тойоп йәшәгән Рауил ағайға һоҡланып ҡуйҙым. Эйе, үҙ һөнәренә йәне-тәне менән бирелгән кеше генә шулай булалыр ул.
Бер мәрәкә хәлде иҫенә төшөрҙө ағай:
— Имтихан бара ине. Бер егетебеҙ һуңлап килде, концертҡа әҙерләндем, ти. Баянда уйнай икән. Мин әйтәм, йә, һәләтеңде күрһәт әле бөтәһе алдында. Уйнаһаң, зачет ҡуйырмын. Ышанмай. Шулай ҙа һуҙып ебәрҙе бит был. Иҫ киткес шәп уйнай! Ҡуйҙым зачет. Әлбиттә, ул егеттең нисек уҡығанын да беләм. Насар уҡыманы. Ә йөрәгендә моң йөрөткән кешенең насар һөнәр эйәһе булыуы мөмкин дә түгел.
Тормошта мәрәкәләр ҙә, ғибрәттәр ҙә йәнәш йөрөй. Күңелен ҡырған хәлде лә хәтерләне Рауил ағай:
— Институт алдына бәғзе студенттар беҙҙең төшөбөҙгә лә инмәгән машиналарҙа килеп туҡтай. Шундай зәһәр сит ил машинаһында йөрөгән бер егет бар. Уҡымай инде бына, йөрөй ваҡыт уҙғарып. “Нишләп уҡымайһың? Ошо машинаңдың капотын асып ҡарағаның бармы?” — тим. “Нимәгә ул миңә, — ти. — Боҙолһа, автосервис аҙым һайын”. “Ә ниңә бында уҡырға килдең?” “Уҡырға инһәң, машина алып бирәм, тине атайым. Шуға килдем”, — ти. Бына шундайҙарҙы күреп, йән әсей. Әллә нишләнек, илебеҙҙең “моторы” эшлектән сығып барғандай...
Әллә ниндәй данлауҙарға дәғүә итмәгән ысын уҡытыусы Рауил Яҡуп улы һәм уның тормош моңо Лира апай менән хушлашып ҡайтырға сыҡҡанда, Николай Островскийҙың “Ҡорос нисек сыныҡты?” әҫәрендәге юлдар иҫкә төштө: “Маҡсатһыҙ уҙған көндәр өсөн ғазапланмаҫлыҡ итеп йәшәргә кәрәк!” Был ҡанатлы һүҙҙәр нәҡ Рауил ағай кеүек ир-азаматтарҙың тормош маяғылыр ул.
Салауат ӘБҮЗӘРОВ