Һайлаған һөнәренә тоғро ҡалып, бар күңелен һалып эшләгән кеше һәр саҡ уңышҡа өлгәшә, халыҡ араһында ихтирам ҡаҙана. Был йәһәттән туған тел уҡытыусыһы айырым хөрмәткә эйә, сөнки ул баланың — икенсе әсәһенә, йәмғиәтте изгелеккә, әҙәплелеккә әйҙәүсе тәрбиәсегә әүерелә.
Ағиҙел ҡалаһының 2-се мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән белем биргән Шәкирә Ямалова — тап шундайҙарҙан. Ул Ватанын яратҡан, телен, мәҙәниәтен, йолаларын ихтирам иткән илһөйәрҙәр тәрбиәләүгә күп көс һала.
Шәкирә Миңлегәрәй ҡыҙы — Баймаҡ районының Ишбирҙе ауылы ҡыҙы. Ағиҙел ҡалаһына килгәс тә, туған телен онотмай, киреһенсә, уны ҡала шарттарында һаҡлап ҡалыу, үҫтереү буйынса талымһыҙ эшләй.
— Һәр дәрес уҡыусы өсөн ҡыҙыҡлы, фәһемле булырға тейеш, — тип иҫәпләй ул. — Башҡорт телен урыҫ мәктәптәрендә, шулай уҡ дәүләт теле булараҡ уҡытҡанда төп иғтибарҙы һөйләү телмәрен үҫтереүгә йүнәлтеү мөһим. Шуға ла мин дәрестә яңы һүҙҙәргә, төшөнсәләргә генә туҡталмайым, ә халыҡтың тарихы, көнкүреше хаҡында мәғлүмәт бирәм, телмәр мәҙәниәтен үҫтереү буйынса эшләйем.
Ҡәйүм Насыриҙың “Тәрбиә тураһында” тигән йыйынтығы Шәкирә Миңлегәрәй ҡыҙының өҫтәл китабына әйләнгән. Һәр дәрестең башында унан бер мәҫәлде уҡып, балаларҙы тормош тураһында уйланырға мәжбүр итә, әҙәп-әхлаҡ тураһында әңгәмә ҡора.
Уҡытыусы ғилми-эҙләнеү эшенә ҙур иғтибар бүлә. Уҡыусыларҙы нисек итеп шәжәрә өйрәнеүгә ылыҡтырырға? Әлбиттә, шәхси үрнәк менән! Шәкирә Миңлегәрәй ҡыҙы балаларҙы тәүҙә үҙ нәҫеленең шәжәрә ағасы, ауылының тарихы менән таныштыра. Ҡалала үткән шәжәрә байрамында ғаиләһе менән ҡатнаша, онотола барған “Килен төшөрөү” йолаһын күрһәтеп, тамашасының һөйөүен яулай. Шулай итеп, уҡыусылары ла шәжәрә өйрәнеүгә ылығып китә. Улар ата-әсәһе, ата-бабаһы тыуып үҫкән ауыл һәм район тарихын да өйрәнә.
Быйыл, Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылында, Шәкирә Миңлегәрәй ҡыҙы ватансылыҡ тәрбиәләүҙең яңы ысулын уйлап сығарған: балаларҙы үҙ ғаиләһенең гербын төҙөргә өйрәтә.
Уҡытыусы заман технологияларын даими өйрәнә. “Туған телде һәм милли йолаларҙы һаҡлау һәм үҫтереүҙә ғаиләнең роле” республика интернет-форумында ҡатнаша, үҙенең дә сайты бар: ул — башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнеүселәр өсөн алыштырғыһыҙ ярҙамсы. Барлыҡ уҡыусыға, ата-әсәгә аңлайышлы итеп төҙөлгән, методик һәм дидактик материалға бай сайт республика конкурсында өсөнсө урынға лайыҡ булды.
Йәмәғәтселек эшендә ихлас ҡатнашҡан, халҡыбыҙҙың йолаларын, ғөрөф-ғәҙәтен пропагандалауға, йәш быуында милли рух, әсә теленә һөйөү тәрбиәләүгә ҙур өлөш индергән Шәкирә Миңлегәрәй ҡыҙы уҡыусыларының ғына түгел, ата-әсәнең, хеҙмәттәштәренең ҙур ихтирамын яуланы, ғаиләһендә лә бәхетле.
Ирина ВИЛДАНОВА.
Ағиҙел ҡалаһы.