— Һәр балаға ижади һәләт һалынған, уны үҫтерә белергә генә кәрәк, — тип иҫәпләй Зөһрә Үтәғолова. — Уҡыусыларымдың “икенсе әсәһе” булараҡ, был йөкләмәмде ихлас күңелдән башҡарам.
Зөһрә Әхмәҙи ҡыҙы Белорет ҡалаһының Я. Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһында эшләй. Хеҙмәт юлын башлауына өс тиҫтәгә яҡын ваҡыт үтеп киткән. Ошо арауыҡта Зөһрә Әхмәҙи ҡыҙы күпме балала башҡорт теле һәм әҙәбиәтенә һөйөү тәрбиәләгән! Һоҡланғыс шағирә лә ул. Зөһрә Үтәғолованың башланғысы менән гимназияла “Тере шишмә” исемле гәзит сыға, балаларҙың ижад емештәренән тупланған “Ынйылар” тигән китапсыҡтар донъя күрә. Белем усағында “Инеш” радиоканалының эшләүе лә — педагогтың тынғыһыҙ хеҙмәте һөҙөмтәһе.
Алдынғы уҡытыусы, шағирә, ике китап авторы Зөһрә Үтәғолова күптән түгел республика кимәлендә “Иң яҡшы башҡорт теле уҡытыусыһы” исеменә лайыҡ булды. Яңы үрҙәргә табан дәртләнеп атлай ул.
Л. АБЗАЛОВА.
Белорет ҡалаһы.