Иҫке урында яңы ауыл ҡалҡасаҡ13.11.2012
Иҫке урында яңы ауыл ҡалҡасаҡРәсәйҙә йыл һайын йөҙәрләгән ауылдың юҡҡа сығыуы әллә ни яңылыҡ түгел — өйрәнеп бөткәнбеҙ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы көндәрен үткәреүсе, тик биш-алты йортта ғына кистәрен ут алыусылар бөгөн дә етерлек. Мәләүез районының Ҡанбулат ауылына ла 1974 йылда “перспективаһыҙ” мөһөрө һуғылған. Яйлап эш урындары ла бөтә. Ә ике тиҫтә йыл элек уны бөтөнләй район картаһынан һыҙып ташлайҙар.

Ауыл урыны Ергән ҡасабаһынан ете генә саҡрымда ята, тәбиғәте лә матур. Шуға ла “буш” ер күптәрҙе ылыҡтыра. Тыуған ауылын һағыныусылар өй нигеҙҙәре һала башлай, яңы йорттар ҡалҡып сыға.
— Бынан ике ай элек төҙөлөштө законлаштырыу өсөн Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға мөрәжәғәт иттек, — ти район Советы секретары Лидия Хлопотина. — Ауыл булаһы ергә электр сымы һуҙылды, әле һыу үткәреү эше бара — Ергәндекенә тоташтырыласаҡ. Киләсәктә яңы ауылда 200 кеше йәшәйәсәк тип күҙаллана...
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Урындағы үҙидара һәм йәмәғәт берәмектәре буйынса комитетында был мәсьәлә ҡаралды һәм тейешле закон проекты хупланды. Комитет рәйесе Рөстәм Күзбәков әйтеүенсә, һуңғы бер нисә йылда Нуриман районында Киров, Пушкин, Белоретта Иҙел ауылдары барлыҡҡа килгән. Әйткәндәй, Ҡанбулаттың исеме тәҡдим ителгән документтарҙа Ҡамбулат тип киткән, хата эш барышында төҙәтеләсәк.
Илдә ауылдарҙың бөтөүенә сик ҡуйырға саҡырғандай, республика картаһында яңыһы барлыҡҡа килеүе оран һымаҡ яңғырай: “Һибелешкән ауылдаштарҙы йыйырға, яңы нигеҙҙәр ҡорорға ваҡыт етте!”
Т. МУСИН.


Вернуться назад