Гәзиткә яҙылып ҡал13.11.2012
Үҙгәрештәр осоронда тормош тигән ваҡыт машинаһы юғары тиҙлектә алға елдереүен дауам итә. Заманға эйәреп кенә түгел, ә унан ярты аҙым алда барыу – ваҡытлы матбуғат баҫмаларының төп бурысы.
Хәҙер электрон гәзиткә яҙылыу йыш телгә алына. Ысынлап та, бөгөн күптәр ҡағыҙға ҡарағанда Интернет ярҙамында донъя яңылыҡтары менән танышыуҙы хуп күрә. Электрон матбуғаттың ыңғай яҡтары бихисап. Беренсенән, гәзитте иртән түгел, ә шул уҡ көндө кис уҡый аласаҡһығыҙ. Икенсенән, компьютерҙың кәрәкле төймәһенә баҫһаң, баҫманың бөтә биттәрен дә тотош ҡарарға мөмкин. Өсөнсөнән, PDF версияһында материалды табып уҡыу күпкә еңел. Ҡыҫҡаһы, электрон гәзит бигерәк тә республиканан ситтә йәшәгән ҡан-ҡәрҙәштәр өсөн отошло.
Баҫманың электрон варианты байтаҡҡа арзан һәм уңайлы ла. Кем әйтмешләй, гәзит йәки журналға ошо ысул ярҙамында яҙылыуҙың ғаилә бюджеты өсөн файҙаһы ифрат ҙур. Был осраҡта типография һәм почта хеҙмәте өсөн аҡса түләргә кәрәкмәйәсәк.
Хөрмәтле гәзит уҡыусылар! Әлбиттә, матбуғатты алдырыуҙың төрлө юлдары бар – һәр кем үҙ мөмкинлегенән сығып һайлай.