Замандан алда бул13.11.2012
Замандан алда булРамаҙан ҠОТОШОВ,
Рәсәй һәм Башҡортостан журналистары берлеге ағзаһы:


— Редакция эшенең уңыштары өсөн ҡыуанып, гәзиттең һәр һанын ентекле уҡып, республика тормошондағы барлыҡ яңылыҡтар-үҙгәрештәр менән танышып барам. Гәзитте алдырып уҡыуыма (редакцияла эшләгәнде лә ҡушһаң) 70 – 75 йылдар булып киткәндер, ахырыһы. Эш шунда: беҙ – күп михнәттәр, нужалар кисереп, кешелек донъяһының үҫешендә яңы система төҙөү өсөн көрәштә ҡатнашҡан быуын. Рәсәйҙә булып үткән революцияларҙы, граждандар һуғышын күрмәһәк тә, уларҙың эҙемтәләрен үҙебеҙҙә кисерҙек. Уға 1921 йылғы аслыҡты, индустриялаштырыуҙы, ауыл хужалығындағы үҙгәрештәрҙе лә өҫтәһәң… Теге йәки был мәсьәлә буйынса кемгә өндәшәһең, кем менән кәңәшләшәһең, аңлашылып тора: гәзиттәргә мөрәжәғәт итәһең, бигерәк тә үҙ телеңдә баҫылған гәзиткә юлланыу үтә лә ҡыуаныслы була торғайны. Мин гәзитебеҙҙең «Башҡортостан», «Ҡыҙыл Башҡортостан», «Совет Башҡортостаны» исемендә сыҡҡан осорон да иҫләйем.
Бөгөн баҫылған «Башҡортостан» гәзите һәр яҡтан башҡаларға өлгө булырлыҡ дәрәжәлә тора тиһәк тә, һис тә яңылышмабыҙ. Уның теле аңлайышлы, тәрән йөкмәткеле, һәйбәт мөхәррирләнгән. Рубрикалар күп, төрлө-төрлө шрифттар ҙа оҫта ҡулланыла, һүрәттәр ҙә сифатлы, үҙ урынында. Был уңыштар милләтебеҙҙең, уның кешеләренең үҫеше хаҡында ла ап-асыҡ һөйләп тора.
Иң мөһиме — гәзит биттәрендә тәнҡит мәҡәләләре, «Баҫылғанға кире ҡайтып», «Өлгөрбай яҙмалары» күренә башланы. Уларҙы күбәйтергә ине тигән теләк бар, беҙҙең бөгөнгө көнкүрешебеҙҙә етешһеҙлектәр етерлек бит.


Вернуться назад