Римма ҮТӘШЕВА, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, республика татарҙарының төбәк милли-мәҙәни автономияһы советы рәйесе:
— “Берҙәм Рәсәй” тәҡдим иткән “Яҡташтар” проекты — бик ваҡытлы тәҡдим. Элегерәк “бер кем дә, бер нәмә лә онотолмаған” тигән һүҙҙәрҙе йыш ҡабатлай инек. Әммә оноттоҡ, онотолдо. Йәштәр үҙҙәренең ҡалаһында, ауылында, урамында, хатта күршеһендә заманының ысын геройы йәшәүен белмәй бит. Эйе, уларҙың ябай эшсе, уҡытыусы, игенсе йәки бынамын тигән балалар тәрбиәләүсе герой-әсә булыуы ихтимал. Хеҙмәте, матур эштәре менән күптәргә өлгө булырлыҡ кешеләр. Эште әүҙемләштереү өсөн урындарҙа йәмәғәт ойошмаларын, депутаттарҙы йәлеп итергә кәрәк.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙ, айырыуса йәштәр, Көнбайышҡа йөҙ бора башланыҡ. Аптырарлыҡ хәл, әммә улар Көнбайыш геройҙарын үҙебеҙҙекеләргә ҡарағанда күберәк һәм яҡшыраҡ белә. Был хәлде туҡтатырға, уларға үҙебеҙҙең аралағы геройҙарҙы, сағыу шәхестәрҙе танытырға ваҡыт. Республикала бик күп милләт вәкилдәре татыу йәшәй. Шәхестәрҙе уларҙың бөтәһе араһынан да эҙләргә кәрәк. Сөнки һәр герой артында төрлө милләттәр араһынан булған туғандары, дуҫтары, хеҙмәттәштәре тора.
Ә. ӘЙҮПОВА.