Кемгә бушлай ер тейеш?13.11.2012
Башҡортостан парламентарийҙары Аграр мәсьәләләр, экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу буйынса комитет ултырышында өс һәм унан күберәк бәлиғ булмаған балалы, шулай уҡ инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләргә бушлай ер биреү мәсьәләһен ҡараны. Халыҡтың ошо категорияһын торлаҡ менән тәьмин итеүҙе Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов үҙенең махсус контроленә алғайны. Әле норматив хоҡуҡ базаһы булдырылды, ер бер тапҡыр бушлай бирелә.

Бөгөн Башҡортостандағы 3 261 күп балалы һәм 706 инвалид балалы ғаиләгә төҙөлөш өсөн ер бүленде. Ғариза биреүселәрҙең 23,7 проценты участкалар менән тәьмин ителде. Ә республикала бөтәһе 36 меңгә яҡын күп балалы ғаилә иҫәпләнә. Шуларҙың яртыһынан аҙырағы ер һорап ғариза яҙған.
Депутаттар Законды тормошҡа ашырыу йәһәтенән үҙләштерелгән аҡса күләмен ҡараны. Башҡортостандың Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, республика ҡаҙнаһынан ерҙе ыҙанлауға бүленгән 67,7 миллион һумдың 19 миллион һумға яҡыны үҙләштерелгән. Дөйөм алғанда, 9 724 участка бүленгән.
— Ошо күрһәткескә ярашлы киләһе ике-өс ай эсендә тағы ла 5 меңдән ашыу ғаиләгә ер биреләсәк, — тине министр урынбаҫары Рәфит Йәғәфәров. — Тағы ла 13 миллион һумды үҙләштереү буйынса эш бара. Хеҙмәт күрһәтеүгә сауҙалашыу иғлан ителде, килешеү төҙөлә. Ошондай саралар һөҙөмтәһендә иҫәпкә ҡуйылған граждандарҙың барыһы ла ер менән тәьмин ителәсәк.
Ултырышта билдәләнеүенсә, аҙна һайын ер бүлеүгә хоҡуҡлы ғаиләләр исемлеге 150-200 кешегә арта. Республикала участкалар етмәү мәсьәләһе ауыл, ҡала биләмәләрен киңәйтеү юлы менән хәл ителә. Шул уҡ ваҡытта халыҡтың льготалы категорияларын ер менән тәьмин итеү эшен тотҡарлаған күренештәр ҙә бар.
Парламентарийҙар межа һалынған урынға инженерлыҡ коммуникацияларын үткәреү мәсьәләһен күтәрҙе. Был бурыс муниципалитеттарға йөкмәтелә. Әммә финанс йәһәтенән улар был эште башҡара алмай. Участкалар биләмәгә инһә лә, асылда иһә ер буш яландан бүленә.
Ғ. ХӘБИРОВ.


Вернуться назад