Күңел күҙен ижад асыр13.11.2012
Руслан Ҡарасурин Өфөләге Инвалидтар ижады йортоноң “Умырзая” башҡорт һәм татар йыр ансамбленә етәкселек итә, йырҙар яҙа. Күреү һәләте сикләнгән булыуға ҡарамаҫтан, ул күп инвалидтың рух көсөн, үҙ-үҙенә ышанысын нығытты, моң донъяһына алып килде. Руслан Рәшит улы булдырған тауыш яҙҙырыу студияһына иһә бик күп мәҙәниәт усаҡтары көнләшер.

Сәләмәтлек буйынса мөмкинлектәре сикләнгәндәргә шатлыҡ өләшкән, тулы тормош менән йәшәргә ярҙам иткән берҙән-бер урын ул Инвалидтар ижады үҙәге. Күреү һәләтен юғалтҡандар, йыр төркөмөнән тыш, “Күңел күҙе” тигән халыҡ театрында ла ихлас шөғөлләнә. Бөгөн түңәрәк танылған режиссёр Рөстәм Хәкимов менән хеҙмәттәшлек итә. Ул ҡуйған “Әбейҙәргә ни етмәй?” (Ф. Бүләков) һәм “Бер йәшлектә, бер ҡартлыҡта” (Н. Асанбаев) спектаклдәре тиҙ арала халыҡ һөйөүен яуланы. Театр репертуарындағы “Ай тотолған төндә” (М. Кәрим), “Ай булмаһа, йондоҙ бар” (Т. Миңнуллин) спектаклдәре лә күптәрҙең йөрәгенә үтеп ингән.
Күреү буйынса инвалидтарҙың күнел донъяһын байытыу саралары йыш ҡына ижад йортонан ситтә лә уҙғарыла. Мәҫәлән, быйыл йәй улар өсөн Өфөнөң И. Якутов исемендәге паркына мауыҡтырғыс сәйәхәт ойошторолдо. Барыһы ла кәмәлә, катамаранда йөҙҙө, һоҡланғыс урындың тарихы менән танышты. Ағиҙел йылғаһын “Арыҫлан Мөбәрәков” исемендәге теплоходта иңләү ҙә онотолмаҫ тәьҫорат ҡалдырҙы.
Статистика мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостанда йыл һайын бер меңдән ашыу кеше күреү буйынса инвалид тип таныла. Был инвалидтар һәм уларҙың туғандары өсөн рухи, матди һәм социаль һынауға әүерелә. Күп ғаиләләр ошо мәсьәлә менән яңғыҙ тороп ҡала, үҙ-үҙенә йомола, “Артабан нисек йәшәргә?” тигән һорауға яуап таба алмайынса интегә. Инвалидтар ижады йорто ундайҙарға ныҡлы таянысҡа әүерелә, донъяны күңел күҙе менән танып белергә өйрәтә. Ул иһә маңлай күҙенән дә үткерерәк.
Гөлсәсәк ЗАРИПОВА,
Инвалидтар ижады йорто директоры.


Вернуться назад