Ошондай лаҡап йөрөй Хәйбулла тарафтарында. Кем тураһында тиһегеҙме?! Башҡорттоң үҙен һатып ебәрерлек башҡортса бик таҙа һөйләшкән Эдуард Смирнов тураһында тап шулай тиҙәр бында.
Бөйөк Ватан һуғышы ветераны 1926 йылда Төркмәнстанда хәрби ҡаласыҡта тыуған. Атаһы вафат булғандан һуң, буйҙаҡ яугирҙәр йәрәбә һала: йәнәһе, командирҙарының ғаиләһе ҡарауһыҙ ҡалырға тейеш түгел, уның ҡатыны Вера Андреевна менән улы Эдуардты кемдер ҡатынлыҡҡа һәм уллыҡҡа алырға тейеш. Йәрәбә буйынса ул Хәйбулла егете Низам Бохарбаев өлөшөнә төшә. Шулай итеп, бәләкәй Эдуардты тормош елдәре далалы Хәйбулла тарафтарына илтә. Бала саҡтан башҡорттар араһында йәшәгән Эдуардҡа башҡортса һөйләшеп китеүе ҡыйын булмай, етмәһә, бер туған ҡустыһы Айрат та донъяға килә. Бәләкәйерәк саҡта Эдуард үҙенә башҡаларҙың бер аҙ сәйерһенеп ҡарауын тоя, әлбиттә. Һап-һары, зәңгәр күҙле урыҫ малайы башҡорттар араһында ҡайҙан килеп сыҡҡан тигәндәрҙер, күрәһең. Әммә дуҫтары менән аралашып, башҡорт мәктәбендә белем алған Эдуард Смирнов бер ваҡытта ла яҙмышына үкенмәй, киреһенсә, тап ошо төбәкте үҙ итеүенә шатланып йәшәй. Ғүмерлек мөхәббәте — Йылайыр районының Мәҡсүт ауылы ҡыҙы Ғәлиәне осратыуы менән бәхетле ул. Алты бала тәрбиәләп үҫтерәләр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн янында тормош иптәше юҡ, ике балаһы вафат булып ҡалған. Әммә Эдуард Дмитриевич — ике ҡыҙы һәм ике улы, һигеҙ ейән-ейәнсәре, биш бүлә-бүләсәре янында һәр саҡ көтөп алынған ҡунаҡ. Әле лә үҙ аяғында һелкетә баҫып йөрөгән, һәүетемсә донъя көткән был олатайға һис тә үҙенең йәшен бирерлек түгел. Һәр саҡ йор һүҙле, мәрәкәсел Эдуард Смирнов тормош күренештәрен шул тиклем мауыҡтырғыс итеп һөйләй, янында хатта ваҡыттың үтеүе лә һиҙелмәй ҡала.
— Тышҡы ҡиәфәтем менән урыҫҡа оҡшап тороуым арҡаһында төрлө мәҙәк хәлдәргә осраған саҡтарым күп булды, — ти беҙҙең әңгәмәсе. — Йәшерәк мәлдә, урыҫса һалдырып, йәштәр менән йөрөйбөҙ, берәү ҙә мине башҡортса аңлай тип уйламай. Үҙем ситтән генә тыйнаҡ башҡорт ҡыҙҙарын күҙәтәм, араларында оҡшағандары ла бар. Әммә уларҙың үҙ-ара һөйләшеүҙәре аша кемдең кем икәнлеге шунда уҡ һиҙелә лә ҡуя. Һуғыштан ҡайтып, өйләнеп, донъя көтә башлағас ҡына, күптәр минең башҡортса һөйләшеүемде белгәс, көлкөлө мажаралар һирәгәйҙе, — тип кеткелдәй Эдуард олатай.
Ысынлап та, йән тартмаһа ла, ҡан тарта. Был йәһәттән дә Эдуард Смирновтың үҙ ғәләмәттәре. Әрме сафында хеҙмәт итеп, ялға ҡайтҡан сағында, әсәһенең йәшереп ҡуйған хатын табып ала. Ул хатты алыҫ тарафтарҙан ҡартатаһы яҙған булып сыға. Адресын яҙып ала, етмәһә, хеҙмәт иткән урынынан йыраҡ түгеллеге асыҡлана. Йәш һалдат атаһының туғандары янына юллана, улар менән яҡындан таныша. Оҙаҡ ваҡыт аралашып йәшәйҙәр, әммә үҙ яндарына күпме генә саҡырмаһындар — ризалашмай. Ни өсөн ҡайтманығыҙ, тигән һорауға былай тип яуаплай:
— Әҙәм балаһына тыуған яҡ ни тиклем ҡәҙерле, бала сағы, үҫмер йылдары үткән ерҙәр ҙә шул тиклем яҡын икән. Мин ошо далалы Хәйбулланы ташлап китһәм, йәшәй алмаҫмын кеүек тойолдо. Ошо ергә ереккәнмен, ошо ерҙең һауаһы шифалы, кешеләре ҡәҙерле. Һәр баламдың яҙмышы ошо ергә береккән, балаларым башҡортса матур һөйләшә, хатта ейән-ейәнсәрҙәрем, бүлә-бүләсәләремә тиклем башҡорт телен белә. Был милләткә ҡарата һөйөүем сикһеҙ, Хоҙай артабан да ошонда имен-һау йәшәргә насип итһен, — ти бөгөн туҡһан йәшен ҡыуалаған Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, сал сәсле олатай Эдуард Дмитриевич.
Милләтебеҙҙең үҙ-ара татыулығының сағыу бер өлгөһө, халыҡтар дуҫлығының тере шаһиты булған Эдуард Смирновты әле лә Хәйбулла халҡы үҙ итеп һәм яратып “Хәйбулла башҡорто” тип йөрөтә.
Кәримә УСМАНОВА.
Хәйбулла районы.