Бала саҡтағы бер ваҡиға һаман хәтеремдән сыҡмай: балалар баҡсаһында ниндәйҙер байрам бара, ят-ят апайҙар килгән, беҙ бишбармаҡ ашайбыҙ. Өҫтәл артынан торор алдынан, ғәҙәтем буйынса, доға уҡый башланым. Барыһы ла миңә аптырап һәм һоҡланып ҡараны, шунан маҡтанылар, арҡамдан һөйҙөләр. Аҙаҡ белеүемсә, балалар баҡсаһында район күләмендәге конференция үткән икән. Унда милли йола күрһәткәндәр, ә доға уҡыуым сценарийға бөтөнләй инмәгән булған. Шул ваҡиғанан һуң миңә иғтибар бермә-бер артты, абруйым күтәрелде. Бының өсөн өләсәйемә рәхмәтлемен. Ул өйрәткән доғалар әле лә тормошомда ярҙам итә.
Өләсәйем Рәхилә Нурислам ҡыҙы Әбдрәхимова Әбйәлил районының Буранғол ауылында йәшәй. Бәләкәй саҡта унан әкиәт һөйләтмәйенсә йоҡламай инем. Ә әкиәттәре шундай ҡыҙыҡлы, башҡаларҙыҡына оҡшамаған. Уларҙа гел генә Айнур тигән малай була торғайны, ул алдашмай, ата-әсәһенә ярҙам итә, барлыҡ ауырлыҡтарҙы еңеп сыға ине. Баҡһаң, өләсәйем уларҙы үҙе уйлап сығарған икән. Ҡайһылай матур тормош дәресе булған ул әкиәттәр! Минеңсә, өләсәйле балалар икеләтә бәхетле, сөнки улар аҙ тәжрибәле әсәйҙәребеҙ биреп бөтмәгән тәрбиәне бирә.
Ҡәҙерлебеҙҙең телмәре — үҙе бер хазина. Ниндәй генә мәҡәл-әйтемдәр ҡулланмай! Күбеһе халыҡ телендә генә йәшәй, бер ниндәй ҙә китаптан таба алмаҫһың уларҙы.
Ҡул эшенә маһир һөйөклөбөҙ ҡорама ҡорорға ярата. Әсәйем уның зауыҡлы ҡорама юрғандарын, кейеҙҙәрен, балаҫтарын, ултырғыс ябыуҙарын ҙур ғорурлыҡ менән күргәҙмәләргә алып йөрөй, һабантуйҙарҙа тирмә ҡорғанда ҡуллана.
Минең кроссворд, сканворд сисергә әүәҫлегем дә өләсәйемдән килә. Был уның иң яратҡан шөғөлө. Башватҡыстағы барлыҡ һүҙҙәрҙе лә табып бөтмәйенсә тынысланмай. Өйөндә ниндәй генә һүҙлек, энциклопедия юҡ! Берәй һүҙҙе таба алмаһа, күрше Хәтижә, Разия инәйҙәргә шылтырата (улар ҙа ярата был шөғөлдө). Яуап эҙләп, район китапханаһына барып ҡайтырға ла йыбанмай. Бигерәк ныҡышмал, әүҙем ул минең өләсәй!
Ҡалаға күсеп киткәс, өләсәйемде юҡһынып, йыш ҡына илай торғайным. Әле лә янына ҡанатланып ҡайтам. Ниңәлер уның аштары тәмлерәк, өйө йәмлерәк тойола. Ғәзиз кешемдең янында миңә тыныс, рәхәт. Ул үҙенең һөйөүен биш ейәненә, бер ейәнсәренә тигеҙ бүлә.
Бына шундай алсаҡ, яғымлы, мөләйем, аҡыллы, киң даирәле өләсәйебеҙ бар. Гел беҙҙе ҡыуандырып, оҙаҡ йәшә тип әйткем килә уға.
Айнур ИГЕЛЕКОВ,
республика политехик лицей-интернатының XI класс уҡыусыһы.
Күмертау ҡалаһы.