Йүрүҙән, Йүрүҙән, күпте күргән, күпте кисергән...13.11.2012
Башҡортостаныбыҙҙың саф-таҙа һыулы йылғаһы, ниңәлер һуңғы ваҡытта республика Хөкүмәте һәм халыҡ тарафынан онотолоп, етемһерәп ҡалды һымаҡ. Минеңсә, йылғаны һаҡлау тураһында бер кем дә ҡайғыртмай. Мин белгәндән башлап (егерме йыл тирәһе) Йүрүҙән йылғаһынан ағас ағыҙҙылар. Был Салауат районының Урмантау ауылынан башлап Ҡариҙел районының Ҡараяр ауылына тиклем аралыҡта булды.
Әлеге ваҡытта һыуға һалған ошо ағастарҙың 70-80 проценты йылға төбөндә ята. Серегән ағастың фенол бүлеп сығарыуы һәр кемгә билдәле. Элек бында ҡыҙыл балыҡ (таймень), бурым (подус), бәрҙе (хариус) балыҡтары бик күп ине, хәҙер уларҙың еҫе-еле лә юҡ. Йылғаны сүп, үлән баҫты. Яһалма утрауҙар барлыҡҡа килде.
Күп ауылдарҙа күмер заводтары асып ебәрҙеләр, ә ағасты йылғанан алмайҙар, урманды ҡырҡалар. Сибәр ҡыҙҙар һымаҡ ҡайындарҙы утҡа тығалар, ә йылға тулы байлыҡ, ниңә унан бер кем дә ағас алып күмер сығармай һуң? Ниңә Урман хужалығы министрлығы, экологтар бер сара ла күрмәй? Элекке һәм хәҙерге хаталарға республика йәмәғәтселеге лә күҙ йома.
Беҙҙең данлы йылғабыҙ көндән-көн меҫкен, етем көнөнә ҡала бара, ә бит Йүрүҙән — Павлов һыу һаҡлағысының иң ҙур артерияһы.
Йүрүҙәнкәй — беҙҙең данлы йылға,
Күпте күргән, күпте кисергән.
Унда беҙҙең батыр Салауат та
Аҡбуҙ атын төшөрөп эсергән!
Ошо йырҙы ишетһәм, Йүрүҙәнгә ҡарап йөрәк әрней. Шуға үҙем яҙған шиғырымдың бер нисә юлын ҡушып ебәргем килә.
Йүрүҙәнде, эйе, матур, тиҙәр,
Уны йырҙарҙа ла йырлайҙар.
Ул йырсылар, бәлки, уны күрмәгәндер,
Ә күрһәләр — йәлләп иларҙар!
Эй, балыҡсы! Нишләп ултыраһың,
Әллә был яҡтарҙан түгелме?
Һиңә әйтәм, тиҙерәк йый ҡармағың,
“Топляк” һөйрәп китер үҙеңде!
Данил СИРАЕВ.
Салауат ҡалаһы.