Төн ҡошо көндөҙ ҙә йоҡламай13.11.2012
Төн ҡошо көндөҙ ҙә йоҡламайАтымды туғарып, яңғыҙ сауҡаға көрмәгәс, алдына бер ҡосаҡ хуш еҫле бесән ырғыттым. Байтаҡ ара юртып, ярайһы ғына асҡаҡһырға өлгөргән хайуан шунда уҡ кинәнес менән мыртылдарға кереште. Үҙем инде, ғәҙәттәгесә, йөрәкһей биреп, аҡ халатымды кейҙем. Ошо рәүешле саңғыларыма баҫыу — минең өсөн ашҡынып көткән тулҡынландырғыс мәл.

Күкшелләнеп ятҡан Ирәндек буйҙарына һәр йәкшәмбе тиерлек йөрөп тороуға ҡарамаҫтан, һунар тигән уйҙан ғына ла ҡанатлы хистәргә бирелә башлайым. Күпме йылдар инде ошо илаһилыҡ вәғәҙә итеүсе ғәмәлгә һаман күнегеп китә лә, тыныс ҡына ҡарай ҙа алмайым. Һунар ул, уңышлы-уңышһыҙға ҡарамай, минең өсөн үҙе бер шатлыҡ. Көтөп алынған оло байрам. Хәйер, бер минең өсөн генә шулаймы икән?
Күп тә үтеп өлгөрмәнем, ҡапыл һиҫкәндереп, урман ситенән көрәнһыу шәүлә ялпылдап уҙҙы. Ифрат ҙур булыуына ҡарамаҫтан, ул бер ботаҡҡа ла ҡағылмайынса, кәйлегә-кәйлегә, тауыш-тынһыҙ ғына осоп барҙы ла, ҡапыл күтәрелеп, йөҙйәшәр ҡарағасҡа ҡунды. Ялбыр ботаҡтан еңелсә бәҫ һибелде.
Мин, һағая биреп, иғтибар менән күҙәтәм. Ерән ҡаурыйҙарын ҡара һыҙаттар сыбарлаған ике “мөгөҙлө” мәҙәк ҡош ғәжәп хәрәкәтсән йомро башын ул яҡҡа ла, был яҡҡа ла борғослап, ҡайҙандыр ишетелеп ҡалған тауыш сығанағын шәйләргә тырыша. Ҡырағай йәнлектәр, ғәҙәттә, ҡыбырлаған нәмәне генә күреп ҡала, ә мин туҡтап ҡалғанмын. Ошо сәбәпле тегенең күҙенә салынмайым. Шулай ҙа ул минең яҡында икәнемде һиҙә, шунлыҡтан бейегерәк, хәүефһеҙерәк урынды һайлаған. Ағас башында саҡта уға ҡурҡыныс янамай. Әлбиттә, һунарсы мылтығын иҫәпкә алмағанда. Әммә һунарсымын тигән һунарсы кәрәккән-кәрәкмәгәнгә ябалаҡ атып йөрөмәҫ. Ә минең алдымда дәү ябалаҡ ултырғанына шигем юҡ. Уны элек тә осраштырғаным бар, ләкин бындайын — тәүләп. Сама менән ул урман бәһлеүәне һаналған һуйырҙан күпкә ҙур күренә. Әллә ҡышҡы һалҡындан ҡабарып тырпайған ҡаурыйҙары шулай итәме? Нисек кенә булмаһын, ябалаҡтың һын-ҡиәфәте һоҡландырғыс ине.
Ябалаҡ — төн ҡошо. Оҫта һәм аяуһыҙ йыртҡыс. Ауға ул, ғәҙәттә, эңер төшкәс сыға. Ә көн яҡтыһында ышыҡ урында йәшеренеп ултыра. Миңә ҡалһа, йыртҡыс ҡош көндөҙ ҡылған яуызлыҡтарынан ҡасып шулай итә. Бәғзе берәүҙәрҙең, ябалаҡ яҡтыла күрмәй, шул сәбәпле көндөҙ ышыҡ урында боҫоп ултыра, тигәне ысынбарлыҡҡа бөтөнләй тап килмәй. Күҙең күрмәгән көйө ботаҡтарға ҡағылмайынса ғына анауы шырлыҡ эсенән осоп ҡара!
Ябалаҡты башҡа ҡоштар яратмай, сөнки ҡоттарын алып бөткән. Тимәк, ул ваҡыты менән көндөҙ ҙә һунар итә. Әлеге хәҡиҡәтте раҫлағандай, был юлы ла ябалаҡ йәшеренеп ултырған ҡарағасты, ғәжәп, шул арала ҡайҙандыр йыйылып киткән ҡарғалар һырып алды. Күптәренең ябалаҡты күргәндәре лә юҡтыр, әммә уның ҡан дошман икәнлеген белеп, соролдашырға тотондолар. Шулай ҙа төн ҡошоноң үткер тырнаҡлы йыртҡыс булыуын улар ҡайҙан белә? Аптырарһың. Ҡарғаларҙы, бәлки, ҡанға һеңгән тәбиғи һиҙенеү, үҙ-үҙеңде һаҡлап ҡалыу инстинкты һәм башҡаларҙы ла иҫкәртеү тойғоһо шулай ҡыланырға мәжбүр итәлер. Уларҙың сарғалы тауышын ишеткән башҡа кейек-ҡош һағая, вағыраҡтары хатта йәшеренеп өлгөрә.
Тәбиғи ҡыҙыҡһыныуымды тыйып тора алмайынса, әкрен генә яҡынлашырға самаланым. Ҡайҙа ул, саңғы тауышынан ябалаҡ мине шунда уҡ шәйләп тә алды. Хәҙер ҡош алан-йолан ҡаранмай, тыныслана төштө, сөнки уның ҡаршыһында — билдәһеҙ йән эйәһе. Ә күҙ алдындағы дәғүәсе күренмәгән башҡаға ҡарағанда күпкә хәүефһеҙерәк. Һәр ҡырағай йәнлек кеүек быныһын ғына ябалаҡ та яҡшы белә. Ана, һарғылт күҙҙәрен бесәйҙеке ише түңәрәкләндергеләгән дә туп-тура миңә ҡарап ултыра. Йән өшөткөс зәһәр ҡарашта ҡыҙыҡһыныу ҡатыш ҡупырайыу сағыла. Тағы ла йыртҡысҡа ғына хас уҫаллыҡ та тойола. Әллә мине шөрләтмәксе? Юҡ инде, ундай ғына ҡарашты күп күргән бар.
Уға табан йәнә бер-ике аҙым яһаным. Беренсе булып ҡоштоң сабырлығы өҙөлдө. Ул, ҡәнәғәтһеҙлек белдереп, ауыр уһылданы ла ҡанаттарын йәйҙе. Мин шаҡ ҡаттым. Ҡатмаҫлыҡмы, ҡеүәтле ҡанаттарҙың ҡоласы кәмендә ике метр бар ине. Бына, исмаһам, ҡош!
Ябалаҡ артынан, ҡара ҡойон булып, ҡарға көтөүе эйәрҙе һәм урманда әйтеп аңлатҡыһыҙ ығы-зығы ҡупты. Бындайын хатта йыртҡыс ябалаҡ та көтмәгәндер, ул йәһәтләп был тирәнән шылыу яғын ҡараны. Бер аҙҙан ошо шау-шыулы өйөр Ирәндек һыртындағы дәү ағастар артына китеп ышыҡланыуға тирә-йүндә ҡолаҡ тондорғос тынлыҡ урынлашты. Ғәҙәти булмаған тынлыҡты ҡайҙалыр бар донъяға битараф тумыртҡа туҡылдағаны боҙа ине.
Мин әле генә ябалаҡ күтәрелеп осҡан ҡарт ҡарағай төбөнә килдем, бынауы һыуыҡта ҡар өҫтөндә нимәһен ҡарап ултырған икән? Ялбыр ағас ышығында, яртылаш ҡарға сумып, ҡуян кәүҙәһе ята ине. Ҡуяны — ҡуян, ә үҙенең башы юҡ. Башы, әйтерһең дә, үткер бысаҡ менән киҫеп алынған. Киҫелгән урындан боҫрап быу күтәрелә. Тимәк, ябалаҡ ҡорбанын күптән түгел генә эләктергән, шунлыҡтан бәләкәс кейектең йәнһеҙ кәүҙәһе әле һыуынырға ла өлгөрмәгән.
Өкө табышының иң әүәл башын өҙөп йота икән, тигәндәрен ишеткәнем генә бар, ә бөгөн ошоно үҙ күҙҙәрем менән күрергә насип итте. Күренеш әллә ни күңелгә ятышлынан түгел ине. Һәр хәлдә, ул миндә ауыр тойғо ҡалдырҙы. Оңҡоттоң ҡуян башы һынлы нәмәне нисек итеп бөтөн килеш йотоп ебәрә алыуын күҙ алдына килтерә алманым.
Арыраҡ, тейелмәгән ҡар өҫтөндә, төнгө фажиғәнең “яҙмалары” ярылып ята. Мин уларҙы “уҡырға” тотондом.
Ябалаҡ ҡорбанын асыҡ урында эләктергән. Көтмәгәндә арҡаһына хәнйәр ише тырнаҡтар ҡаҙалған меҫкен ҡуян үҙенең ҡотолғоһоҙ үлемгә дусар ителгәнен белдеме икән? Белһә лә, белмәһә лә, ул, йәнен аяп, яҡындағы ҡыуаҡтар араһына тартҡан. Күрәһең, һыртына һыбай атланып алған йыртҡысты ботаҡтарға эләктереп ҡалдырмаҡсы булған. Ҡалдыра алмаған. Шулай ҙа ҡылый, аяҡ аҫтындағы эҙҙәргә ҡарағанда, дошманына анһат ҡына бирелмәгән. Хәйер, кемдең йәшәгеһе килмәй?! Ана, ҡуян да, ахыры, нимәгәлер өмөт бағлап, ваҡ ҡарағайлыҡ араһына барып ингән. Уның һуңғы көсөн йыйып ҡырталашҡаны күренеп тора. Ошо кейектең яҙмышын хәл иткән дә инде. Ғәйәт ҙур ҡанаттары менән ҡарҙы ышырып, ҡорбанының кәрен алған ябалаҡ, ни аралалыр, һыңар тәпәйе менән ағастарҙың береһенә йәбешеп өлгөргән. Шул урында уҡ ҡуяндың йәнен алған. Әммә үҙенең дә хәле мөшкөлләнгән булғандыр, уны күтәреп алып китә алмаған. Бары әлеге ҡарт ҡарағай аҫтына, ышығыраҡ урынға, күсереп һалырға ғына көс тапҡан.
Бына шул рәүешле ябалаҡ ҡуяндың башына еткән. Еткән генәме, ул башты оҙон ҡолаҡтары менән ҡуша һоғоноп та ҡуйған. Ҡалған өлөшө, ана, бөтөн килеш ята...
Иҙрис НОҒОМАНОВ.
Әбйәлил районы,
Ҡырҙас ауылы.


Вернуться назад