Башҡа милләттәр менән татыу, килешеп йәшәү, дуҫлыҡ, туғанлыҡ төшөнсәһе һуңғы йылдарҙа артҡараҡ күсте. Тарһыныу, бер халыҡты икенсеһенән өҫтөн ҡуйырға тырышыу ҡайһы бер экстремистик, шовинистик ҡарашлы кешеләр тарафынан алға һөрөлә. Йөҙҙән ашыу телдә аралашҡан Рәсәйҙең теге йәки был мөйөшөндә әленән-әле тоҡанып торған, бихисап бәлә-ҡаза килтергән низағтары ла йәнгә әсенеү, шом, шик-шөбһә өҫтәй. Уҙған йылдың аҙағында Мәскәүҙең Манеж майҙанында булып уҙған ғауғалы, ҡорбанлы сыуалыш — юғарыла әйтеп үткәндәремә тағы ла бер миҫал. Ҡайҙа бара илебеҙ, был ҡурҡыныс тартҡылаштың нигеҙендә нимә ята, һыйышып, аралашып йәшәүгә нимә ҡамасаулай?
Бөтәһе лә баҙар бизмәнендә үлсәнмәйМилләттәрҙең тигеҙлеген һанға һуҡмаған битараф ҡараш киләсәктә лә йәшәһә, бер күрше икенсеһен күрә алмау сигенә етһә, Рәсәйебеҙҙең ҡабаттан яҙғы боҙҙай ваҡ киҫәктәргә бүлгеләнеүен көт тә тор. Икенсе тапҡыр тарҡалыуҙы илебеҙ күтәрә алмаясаҡ, быныһы көн кеүек асыҡ. Милли мәсьәлә әлеге мәлдә ни дәрәжәлә, ни сәбәптән бер халыҡ икенсеһенән һыуынды, Тыуған илгә һөйөү тойғоһо ни өсөн юҡ кимәлендә — бөгөнгө уйҙарым ана шулар хаҡында. Аҡыллыға ишара тигәндәй, юғарыла әйткәндәремде тәфсилләп төшөндөрөү ҙә кәрәкмәҫ. Моғайын, кинәйәле фекеремде зиһенле уҡыусы һүҙ араһында ла табыр.
Яҙмамды шунан башламаҡсымын. Советтар Союзы юҡҡа сыҡҡандан һуң Рәсәйҙә милли сәйәсәт алып барылманы, хатта ул ғына ла түгел, һәр милләт үҙ “йорто”на инеп бикләнеп, үҙ ҡаҙанында ҡайнаны, үҙ яйын ҡайырҙы, үҙ мәнфәғәтен күҙәтте. 90-сы йылдарҙағы “суверенитеттар парадын” хәтергә төшөрәйек. Бында мин суверенитетҡа ҡаршы сыҡмайым, үҙаллылыҡҡа тел тейҙермәйем, әгәр һәр төбәк иҡтисади йәһәттән айырым көн итә, халҡының көнкүрешен үҙ мөмкинлектәренән сығып яҡшыртырға ынтыла икән, бының нимәһе насар?! Айырымланыу осоронда беҙ икенсене — татыу мөнәсәбәттә йәшәү яйын онотоп ебәрҙек, баҙар ҡанундарын алға ҡуйып, тамаҡ ҡайғыртып, рухи ҡиммәттәребеҙҙе юғалттыҡ. Билдәле булыуынса, бөтәһе лә баҙар бизмәнендә үлсәнмәй, баҙар рухлы, баҙар мәҙәниәтле, баҙар телле булып көн итеү мөмкин түгел. Былай ҙа бит өҫтөбөҙҙә бөгөн баҙар балтаһы аҫылынып тора: артығын киҫеп ырғыта, тигеҙләй, шымарта, бер һүҙ менән әйткәндә, дөйөм ҡалыпҡа һыймалы итеп беҙҙән алыпһатар әүәләй. Баҙарға ингәндә инде, кеше ҡайғыһы төштән һуң тигәндәй, халыҡтар, милләттәрҙе ҡайғыртыу юҡ. Советтар Союзы осорондағы милләттәргә ҡағылышлы бай тәжрибәне өйрәнеп артабан да ҡулланһаҡ, бөгөнгө хаталар ебәрелмәҫ ине, бәлки. Элеккене һағынып уға дан йырлауҙан фәтүә самалы, әммә ул замандағы әҙәбиәт, мәҙәниәт, гәзит-журналдар, телевидение, кино дуҫлыҡҡа йүнәлтелгән, патриотик тойғо тәрбиәләгән дәүләт сәйәсәтен үткәрә ине, шуға ла беҙ татыу милләттәрҙе берләштергән ҡеүәтле илдә көн итеүебеҙгә һәр ваҡыт ғорурланып йәшәнек.
Милли сәйәсәтте ҡайһы саҡта ҡатмарлы, буталсыҡ итеп төшөндөрөргә тырышалар, ябайлаштырып әйткәндә, ул былайыраҡ яңғырай: “Милли сәйәсәт ул — үҙ милләтеңде ихлас яратып, башҡа милләттәрҙе тәрән хөрмәт итеү” (быны шовинизм, милләтселек менән бутарға ярамай). Үҙ телендә һөйләшмәгән, халҡының ғөрөф-ғәҙәттәрен һанға һуҡмаған, әҙәбиәтендә, мәҙәниәтендә һай йөҙгән маргинал йәнле кеше икенсе халыҡтың рухи ҡиммәттәрен аңлай, төшөнә, хөрмәт итә аламы? Юҡ!
Кемдәр улар — Раушан менән Джамшуд?Рәсәйҙә милли сәйәсәт алып барылмағанлығын тағы ла шуның менән иҫбатламаҡсымын: бөгөн үҙәк телевидениенан өҫтөбөҙгә бысраҡ һәм әшәкелек ағыла. Ҡан ҡойошто данлаған, әтрәгәләмлекте, әрәмтамаҡлыҡты маҡтаған бихисап тапшырыуҙарҙы, башты әйләндергән рекламаларҙы хисаплап тормай, айырым милләтте хурлаған бер мәлгә генә туҡталмаҡсымын. Ул да булһа — наҙан, булдыҡһыҙ итеп күрһәтелгән Раушан менән Джамшуд (был ике персонаж тотош көньяҡ халҡын сағылдырған йыйылма образ шикелле). Һорау тыуа: тотош көньяҡ халҡы шул кимәлдәме ни? Беҙ армияла бер ротала егерменән ашыу милләт егете хеҙмәт иттек, араларында ҡаҙаҡтар ҙа, ҡырғыҙҙар ҙа, тажиктар ҙа, үзбәктәр ҙә бар ине. Улар әҙәпле, уңған, эскерһеҙ, киң күңелле, эшһөйәр булыуы менән айырылып торҙо. Концерт ҡуйһаҡ, һәр береһе, сәхнәгә сығып, үҙ телендә сығыш яһай, музыка ҡоралдарында уйнай, йырлай торғайны. Бына ҡайһы бейеклектә булған икән ул замандағы халыҡтар дуҫлығы! Беҙҙе бер кем дә дуҫ йәшәгеҙ, талашмағыҙ тип өгөтләп йөрөмәне, асыҡҡанда һуңғы телемде бүлешеп, киҫкен мәлдәрҙә иңде иңгә терәп ауырлыҡтарҙы еңеп сыҡтыҡ. Шул хеҙмәттәштәремде бөгөн дә һағынам, уларҙы әле лә оло хөрмәт менән иҫкә алам.
Мәскәүҙә булғанымда тимер юл вокзалында бер мәл паспорт тикшерергә булып киттеләр. Шуға иғтибар иттем: нишләптер көньяҡтан килгән юлаусылар ғына ентекле күҙәтелде (дөрөҫөрәге, тентелде), йәнә тәртип һаҡлаусыларының, әҙәп төшөнсәләрен онотоп, тупаҫ ҡыланыуҙары хайран итте. Бәлки, шулай кәрәк тә булғандыр, тик террорсыларҙы фәҡәт тау халҡы араһынан эҙләү уларҙы башҡалар алдында кәмһетте һәм түбәнһетте. Кавказ да бит бынамын тигән аҡыллы ир-егеттәре, егәрле ҡатын-ҡыҙҙары менән хаҡлы рәүештә ғорурлана. Уҡытыусы булараҡ, чечен балаларына белем бирҙем. Улар ҙа башҡаларҙан бер яғы менән дә айырылманы: эскерһеҙ, шаян, бер ҡатлы балалар ине. Әле лә осраһалар, әллә ҡайҙан йүгереп килеп, хәл-әхүәлдәрен һөйләргә керешеп китәләр. Террорсы тигәндәй, уларҙы тотһалар, ҡулға төшөрөлгән ҡоралдар менән йәнәш ҡуйып, мосолман халҡы өсөн изгеләрҙән-изге иҫәпләнгән Ҡөрьәнде тотош илгә күрһәтәләр. Бында рухыбыҙ юғарылығын сағылдырған китаптың ни ҡыҫылышы? Бына ошондай йәмһеҙ күренештәрҙе күрәһең дә эстән һыҙаһың, йәнең көйә, билләһи.
Урыҫ теле лә яҡлауға мохтаж Рәсәйҙең төп милләтен урыҫ халҡы тәшкил итә, илдең атамаһы ла шунан килеп сыҡҡан. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн был милләт илебеҙҙең күпселек халҡын тәшкил иткән хәлдә лә яҡлауға һәм һаҡлауға мохтаж. Быны мин асыҡтан-асыҡ әйтә алам: уның һутлы, аһәңле, бөйөк Пушкин, Толстой, Достоевскийҙар һөйләшкән, аралашҡан теле йолҡҡоланып, урам һөйләше кимәленә төшөп бара. Мәғариф өлкәһендә бөгөн урыҫ теле һәм әҙәбиәте дәрестәрен төп мотлаҡ дәрестәр теҙмәһенә индереү-индермәү хаҡында бәхәс алып барыла икән, урыҫ теленең хәле үтә лә мөшкөл икәнлеген әйтмәһәң дә аңлашыла. Йәнә уларҙың ир-егетен, һәр ваҡыт нишләптер ҡулына араҡы тоттороп, йүнһеҙ итеп күрһәтәләр. Ошомо урыҫ кешеһенең бөгөнгө образы? Ышанмайым! Тағы ла Мәскәүҙә, Рәсәй халыҡтары телдәре съезында ҡатнашҡан сағымды хәтергә төшөрәм. Беҙҙең алда Мәскәү дәүләт университетының профессоры сығыш яһаны һәм уның әйткәндәрен һүҙмә-һүҙ килтерәм: “Урыҫ теле — ҙур ағастың үҙәк тамыры, әммә вағыраҡ милләт телдәренән хасил бәләкәйерәк тамырҙар уны һутлы итеп тотоп тора һәм йәшәтә. Әгәр улар юҡҡа сыҡһа, үҙәк тамыр ҙа һәләкәткә дусар...” Ҡайһылай ҙа тәрән мәғәнә һалынған сағыштырыу! Шул һүҙҙәрҙе әйткәндә, профессор милләттәр теле менән бер рәттән, халыҡтар дуҫлығын да күҙ уңында тотҡандыр, моғайын. Эйе, беҙҙәге бер милләт икенсеһенә меңдәрсә ептәр менән айырылғыһыҙ бәйләнгән, беҙ һәммәбеҙ ҙә бер ҡыйыҡ аҫтында көн итәбеҙ, шуға ла ҡатнашып, ут күршеләр булып йәшәй белергә өйрәнергә тейешбеҙ.
Бөгөн күп осраҡта халыҡтар дуҫлығын тик ҡатнаш никахта ғына күрәләр. Төптө хата фекер. Бында мин ҡатнаш никахты тыйыу йәһәтенән әйтмәйем, сөнки өйләнеү, кейәүгә сығыу һәр кемдең йөрәк эше, шәхси ҡарары, бында ниндәй ҙә булһа кәңәш биреү урынһыҙ. Милләттәр дуҫлығы ҡатнаш никахҡа ғына килеп терәлмәгән бит әле, дуҫлыҡтың нигеҙендә иң әүәл милләттәр кимәлендә бер-береңде аңлау һәм хөрмәт итеү ята. Ауылда Татьяна Кирилловна Кручининаның ғаиләһе менән күрше йәшәнек. Башҡортсаны һыу һымаҡ эсә ине ул, балалары менән үҙ телебеҙҙә аралашып, бергә уйнап үҫтек, ҡунаҡтарыбыҙ ҙа, хәстәрҙәребеҙ ҙә, шатлыҡ-ҡайғыларыбыҙ ҙа уртаҡ була торғайны. Ул мине үҙ улындай күреп яратты, мин дә уны ысын күңелдән хөрмәт иттем, әле лә һағынып телгә алам. Ул ваҡыты юҡлыҡҡа һылтанмай урыҫсаға ла өйрәтте, шул телгә һөйөү һәм ихтирам тәрбиәләне. Телде белеү менән генә мин урыҫлашып китмәнем бит, киреһенсә, күңел донъям байыны, киңәйҙе. Юғиһә бөгөн ҡайһы бер ата-әсә башҡортлаштырыу бара, тип балаһына башҡорт телен өйрәтеүҙе мөрхәтһенмәй тауыш ҡуптара. Башҡортостанда төп халыҡтың телен белеү кемгә генә ҡамасаулаһын инде?! Киреһенсә, ул бит аңлашыу, яҡынлашыу сараһы. Саф башҡорт мәктәбен бөткән ауыл малайы булһам да, институттың урыҫ теле һәм әҙәбиәте факультетына уҡырға инеп, уны уңышлы тамамланым. Уҡыу мәлендә бер кем дә мине, телде насар беләһең, тип битәрләмәне. Бының нигеҙендә, моғайын да, Татьяна Кирилловнаның дәрестәре ятҡандыр, тип уйлап алам ҡайһы саҡ.
Туғанлыҡ күңелдә яралырға тейешПрезидентыбыҙ быйылғы йылды республикала “Милләт-ара татыулыҡ йылы” тип иғлан итте. Бик тә тәрәндән уйланған, аҡыллы ҡарар, сөнки республикабыҙҙа йөҙҙән ашыу милләт йәшәй, шуға ла дуҫ булып, бер-береңде аңлап көн итеү — беҙҙең өсөн тәү сираттағы эш. Бының өсөн республикала бөтә шарттар ҙа булдырылған: милли мәктәптәр эшләп килә, күп төрлө театрҙарыбыҙ, бай телле баҫмаларыбыҙ бар. Иң мөһиме: нисәмә быуат буйы бер ерҙә йәшәйбеҙ, республикабыҙҙың үҫеше өсөн тир түгәбеҙ. Шулай булғас, бүлешер нәмәбеҙ ҙә юҡ.
Башта әйтеп үткәнемсә, бөгөн ҡәрҙәшлек хаҡында көндән-көн һирәгерәк һөйләйбеҙ һымаҡ, дуҫ булырға, туғанлашып йәшәргә өгөтләһәләр ҙә, былар тейеш булған өсөн генә атҡарыла төҫлө. Шул яһалмалылыҡ, һүҙ бутҡаһы бешереү күп осраҡта кире һөҙөмтә бирә лә инде. Бер-береңде аңлау, ауыр саҡта ярҙамға килергә ашығыу, башҡа милләттәрҙең мәҙәниәтен, әҙәбиәтен хөрмәт итеү изге теләктән икән, ул һүҙһеҙ ҙә аңлашыла, ышандыра. Туғанлыҡ лозунгтар тәьҫиренән түгел, күңелдә бөрөләнергә, йөрәктә яралырға тейеш. Милләт айырыу, бер милләтте икенсеһенән өҫтөн ҡуйырға тырышыу — төптө мәғәнәһеҙлек. Бөтөн халыҡтар ҙа бөйөк, барлыҡ мәҙәниәттәр, милләтте милләт иткән телдәр ҙә ҡабатланмаҫ. Сәстәребеҙҙең, йөҙҙәребеҙҙең, күҙҙәребеҙҙең төҫө айырылһа ла, телдәребеҙ үҙенсә яңғыраһа ла, иң әүәл беҙ — кеше. Ерҙе йәмләр матурлыҡ ҡалдырыр өсөн, дуҫлашып, туғанлашып йәшәр өсөн килгәнбеҙ — шуны онотмаһаҡ ине!
Хәйҙәр ТАПАҠОВ.