Ғәҙелша шарлауығы Башҡортостандың тәбиғәт ҡомартҡыларының береһе һанала. Был матурлыҡты ҡарарға республикабыҙҙың ғына түгел, ә Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән дә киләләр. Машиналарын тау итәгендәге аҡланда ҡалдырып, кешеләр Ғәҙелшаны ҡарарға тип тау һуҡмағы буйлап өҫкә күтәрелә. Бындағы тәбиғәт хозурлығын, таштан ташҡа һуғылып аҡҡан шарлауыҡты күреп күптәр хайран ҡала.
Үкенескә ҡаршы, был һоҡланыу оҙаҡ дауам итмәй. Шул уҡ кешеләр аҡланға кире төшөү менән, усаҡтар яғып, табын ҡороп ебәрә. Арттарынан тау-тау сүп өйөмө, күмергә әйләнгән усаҡ эҙҙәре ҡала. Бәлки, кешеләрҙең күпләп ял итеүен иҫәпкә алып, сүп-сар өсөн махсус бактар ҡуйырға кәрәктер? Әммә уларҙы кем барып алып, бушатып торасаҡ? Быныһы айырым, ҙур мәсьәлә. Бәлки, шарлауыҡ биләмәһен берәй эшҡыуар үҙ ҡарамағына алыр? Машиналар менән инеүҙе түләүле итергә була. Әммә әлегә һәр кем үҙе артынан йыйыштырып, барлыҡ сүп-сарын алып ҡайтырға тейеш. Шунһыҙ беҙ һоҡланғыс тәбиғәт мөйөшөн ҡыйлыҡҡа әйләндерәбеҙ.
Әйткәндәй, Ғәҙелша шарлауығы тирәһендә үҫкән күп кенә үләндәр “Ҡыҙыл китап”ҡа индерелгән. Былай барһа, бер нисә йылдан улар ҙа юҡҡа сығасаҡ. Киләсәк быуын хаҡында ла уйларға кәрәк бит. Уларға беҙҙән ниндәй ҡомартҡы ҡаласаҡ һуң? Улар ҙа Ғәҙелшаның матурлығына һоҡланырға лайыҡ. Ни өсөн беҙ тәбиғәт байлығын һаҡлау мәсьәләһенә битараф?!
Эльмира МӨХӘМӘТЙӘНОВА.
Сибай ҡалаһы.