Бесәйҙәр юғала13.11.2012
Францияның Йәнлек яратыусылар йәмғиәте күптән матбуғат биттәрендә саң ҡаға: йыл һайын илдә 20 меңләп бесәй юғала икән.
Уларҙы хужаларынан урлап һаталар. Был “сауҙа” хәүефле төҫ ала бара, сөнки бесәй тиреһенән радикулиттан дауалау өсөн төрлө нәмә тегәләр, имеш. Бесәйҙәре юғалған кешеләр быға ҡаршы закон ҡабул итеүҙе, ғәйеплеләрҙе табып, хөкөмгә тарттырыуҙы һорай.