Закондар бар, ләкин...13.11.2012
Бөтөн донъя тәбиғәтте һаҡлау ойошмаһы белдереүенсә, йәнлек, хайуан, ҡош-ҡорттар йылдың-йылы яҡлауға күберәк мохтажлыҡ кисерә.
Британияның Эксетера университеты биологтары саң ҡаға: һәр унынсы йән эйәһе төрөнөң ХХI быуаттың аҙағына тиклем йәшәмәүе ихтимал. Мәҫәлән, амур юлбарыҫтарын һаҡлау буйынса айырым программа ҡабул ителеүенә ҡарамаҫтан, уларҙың һаны 1,5 тапҡырға кәмегән. Ә яҡындағы 40 йылда аҡ айыуҙар өстән ике өлөшкә тиклем аҙайырға мөмкин.
Бер нисә илдә йәнлектәр закон тарафынан яҡланған. 2002 йылда Германия Конституцияһына донъяла беренсе булып йәнлектәрҙең “хоҡуғын” яҡлау буйынса өҫтәмәләр индерелде. Рәсәйҙә иһә йәнлек-хайуандарға ҡарата яуызлыҡ ҡылған өсөн 80 мең һумға тиклем штраф һалына йәки законды боҙоусы ике йылға хоҡуҡ төҙәтеү эштәренә ебәрелә. Шулай булыуына ҡарамаҫтан, илдә эт, ҡош-ҡорт һуғыштары үткәрелә.