Сир кешене аямай10.11.2012
Сир кешене аямайРеспубликала ҡоторған йәнлектәрҙең һөжүм итеү осраҡтары йышайған. Был сир кеше өсөн уғата хәүефле: ғәҙәттә, ҡотороу инфекцияһын йоҡторғандар һәләк була. Иң ҡурҡынысы – ауырыуҙы дауалау мөмкин түгел, иҫкәртеү саралары ғына ҡотҡара ала.

Октябрь урталарында тәүге хәл Учалы районының Ҡобағош ауылында булғайны: төлкө, ихатаға инеп, йорт хужаһының ҡулын тешләгән. Ваҡытында табиптарға мөрәжәғәт иткән иргә медицина ярҙамы күрһәтеп өлгөргәндәр.
Күптән түгел ошоға оҡшаш хәл Белорет районының Ҡонғоҙ– Әхмәр ауылында булған: унда ла төлкө хужалыҡҡа килгән. Үлтерелгән йәнлекте лабораторияла тикшергәндән һуң, уның ҡотороуға дусар булыуы асыҡланған. Төлкөнөң ҡорбаны булған ике кешегә медицина ярҙамы күрһәтелә.
Шундай уҡ хәл Бөрйән һәм Борай райондарында ла теркәлгән. Телгә алынған биләмәләрҙә, Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың "Башҡортостандың айырым ауыл биләмәләрендә хайуандарҙың ҡотороуына бәйле сикләү саралары индереү тураһында"ғы бойороғона ярашлы, карантин иғлан ителгән.
Йыл башынан Башҡортостанда ҡотороу ауырыуының 11 осрағы теркәлгән. Ғәҙәттә, уға ҡырағай хайуандар дусар була.
Г. БАЛТАБАЕВА.


Вернуться назад