Бала хоҡуғына етди иғтибар кәрәк10.11.2012
Республика йортонда Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың Өфөгә эш сәфәре менән килгән Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Павел Астахов менән осрашыуы булды. Унда әсәлекте һәм балалыҡты һаҡлау, ишле, һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән сабый тәрбиәләгән ғаиләләрҙең көнүҙәк мәсьәләләрен хәл итеү юлдары тикшерелде, тип хәбәр иттеләр республика башлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Рөстәм Хәмитов менән Павел Астахов Рәсәй төбәктәрендәге бала хоҡуҡтары буйынса вәкилдәрҙең киләһе йыл Өфөлә үтәсәк VII съезына әҙерлек мәсьәләһенә бәйле фекер алышты.
— Бала хоҡуҡтарына беҙ ярайһы уҡ ҙур иғтибар бирәбеҙ. Әлбиттә, һеҙҙең ярҙамға, артабан эш итеү буйынса тәҡдимдәрегеҙгә лә иҫәп тотабыҙ. Эште әүҙем алып барабыҙ, был теманы иғтибар үҙәгенән төшөрмәйбеҙ, — тине Башҡортостан Президенты. — Ҡулдан килгәнсә матди яҡтан, ойоштороу йәһәтенән дә, идара итеү буйынса ла булышлыҡ итергә тырышабыҙ. Әлбиттә, бөтәһенә лә көс етмәй, шулай ҙа беҙ алға барабыҙ. Етем балалар өсөн торлаҡ төҙөйбөҙ, яңы үҙәктәр асабыҙ, поликлиникалар, башҡа объекттар һалабыҙ. Хатта бюджеттағы ҡытлыҡ шарттарында ла был эште мотлаҡ башҡарыу зарурлығын аңлайбыҙ. Балалар мәсьәләһе тәү сиратта хәл ителергә тейеш.
Рөстәм Хәмитов Павел Астаховҡа быйыл республикала өс һәм унан күберәк балалы ғаиләләргә күпләп ер участкалары бирелә башлауын хәбәр итте. Бынан тыш, инвалид сабый тәрбиәләгән ғаиләләргә лә бушлай ер бүленәсәк.
— Тапшырылырға тейешле 35 мең участкаға тағы ла яҡынса 10-12 меңде өҫтәргә кәрәк. Минеңсә, быйыл шуның 5-6 меңен тапшырасаҡбыҙ. Әлбиттә, был эш Өфөлә ауыр бара, сөнки ҙур ҡалаларҙа ер етмәй. Ләкин беҙ мәсьәләне хәл итеү юлын таптыҡ. Быйыл күп балалы һәм мөмкинлеге сикләнгән сабый тәрбиәләгән 1,5 мең ғаиләгә, республика буйынса алғанда, 3,5-4,5 мең ғаиләгә, тәүге сертификаттар тапшырыласаҡ, — тине Башҡортостан Президенты.
— Ике йыл элек, һеҙ тәғәйенләнгәндән һуң бер аҙ ваҡыт үткәс, Башҡортостанға килгәйнем. Балалыҡты яҡлау мәсьәләләренә ҙур иғтибар биреү зарурлығын һеҙ шунда уҡ аңлай инегеҙ, — тине Павел Астахов. — Лилиә Салауат ҡыҙы миңә шылтыратты, ике аҙна үттеме-юҡмы, тәрбиәгә бала алған ғаиләләргә ярҙам күрһәтеү буйынса Закон ҡабул иттегеҙ. Был бик мөһим. Беҙ белдергән тәҡдимдәрҙең барыһы ла иҫәпкә алынған. Арабыҙҙа яҡшы бәйләнеш барлыҡҡа килде, был йәһәттән беҙ — партнерҙар, тип уйлайым.
А. ХӘЛИЛОВ.


Вернуться назад