Ҡотлайбыҙ!10.11.2012
Күгәрсен районының 1-се Юлдыбай ауылында тыуып үҫкән, хәҙер Ғафури районының Красноусол ҡасабаһында йәшәгән ҡәҙерлебеҙ Рәфҡәт Әхмәҙулла улы Ниғмәтуллинды 70 йәшлек юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ.
Уның бала сағы бик ауыр осорға тура килә. Атаһы фронтта һәләк була, әсәһе Байрамбикә 35 йәштә алты бала менән тол ҡала. Рәфҡәт, ете йыллыҡ мәктәпте тамамлап, Мораҡ педучилищеһына уҡырға инә. Ошонда Ейәнсура төбәгенән, Абҙандан, килгән буласаҡ тормош юлдашы Миңзәләне осрата. Бер йылдан, был уҡыу йорто ябылғас, уларҙы Белорет педучилищеһына ебәрәләр. Уны тамамлағас, Миәкә районының Бикҡол мәктәбендә эш башлай, тиҙҙән хеҙмәткә алына.
Дүрт йыл Ҡара диңгеҙ флотында хеҙмәт иткәндән һуң, гөрләтеп туй яһап, ғаилә ҡоралар.
Рәфҡәт 1968 йылда БДУ-ны тамамлап, Ғафури районының Ҡауарҙы мәктәбендә директор урынбаҫары, һуңынан ВЛКСМ-дың Ғафури райкомы беренсе секретары, унан КПСС-тың Ғафури райкомы секретары булып эшләне. 1989—2008 йылдарҙа — Красноусол балалар шифаханаһы мәктәбе директоры.
Ул әле лә йәмәғәт эштәренең уртаһында ҡайнай, башҡорт халыҡ йырҙарын оҫта башҡара, телевидение һәм радио аша сығыш яһай, райондың ветерандар советы рәйесе урынбаҫары. Уның тырыш хеҙмәте “Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре”, “Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы” исемдәре менән баһаланды.
Ниғмәтуллиндар 48 йыл инде татыу ғүмер итә. Өс бала — Әминә, Илдус, Илфатты — үҫтереп, барыһына ла юғары белем бирҙеләр.
Ҡәҙерлебеҙҙе оло байрамы менән ысын күңелдән тәбрикләйбеҙ. Ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, күтәренке кәйеф, рух ныҡлығы, аҡ бәхет, шатлыҡтар теләйбеҙ. Тормош иптәшең Миңзәлә Ғөбәйҙулла ҡыҙы менән оҙаҡ йылдар тигеҙ ғүмер итергә яҙһын. Йөрәгеңдә дәрт-дарман һүрелмәһен, тормошоңдо сыуаҡ, яҡты көндәр, йылдар ғына биҙәһен.
Барлыҡ туғандарың исеменән тормош иптәшең Миңзәлә,
ҡыҙың Әминә, ейәнсәрең Зөлфиә, улың Илдус, кейәүең Айрат, һабаҡташтарың.


* * *

Хәйбулла районының Әбеш ауылында тыуып үҫкән, хәҙер Өфө ҡалаһында йәшәүсе ҡәҙерле әхирәтебеҙ Венера Заһит ҡыҙы Ураҡсинаны күркәм юбилейы — 70 йәше тулыу айҡанлы ҡайнар ҡотлайбыҙ!
Венера, Мораҡ педучилищеһын тамамлап, Ишембай районы мәктәптәрендә эш башлай. БДУ-ны тамамлағас, баш ҡалалағы 91-се мәктәптә тәүге башҡорт кластарын асыуға күп көс һала. Артабан Өфөнөң 20-се мәктәбендә башланғыс кластарҙа уҡыта, ҡала мөхитендә үҫкән балаларҙа туған телгә һөйөү тәрбиәләй, уларҙы рухи яҡтан байыта. Ошо мәктәптәге сирек быуатлыҡ фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн күп һанлы Маҡтау ҡағыҙҙары, дипломдар менән бүләкләнә. Шулай ҙа иң ҙур рәхмәтте ул хәҙер илебеҙҙең төрлө төбәгендә эшләүсе элекке уҡыусыларынан ишетә.
Ғаиләһендә лә Венера Заһит ҡыҙы һөйөклө ҡатын, өлгөлө әсәй булды. Тормош иптәше, академик Зиннур Ураҡсин менән улы Юлдаш, ҡыҙы Зиләгә яҡшы тәрбиә бирҙе. Хәҙер бәхетле өләсәй ейән-ейәнсәрҙәренә күңел йылыһын бүлә.
Ҡәҙерле әхирәтебеҙгә ныҡлы сәләмәтлек, шатлыҡ-ҡыуаныстарҙан торған оҙон ғүмер теләйбеҙ.
Иң изге теләктәр менән
З. Янғужина, М. Илешева,
С. Сөләймәнова,
Мирғәлиевтәр ғаиләһе.


Вернуться назад