Ут алырға ҡайтам10.11.2012
И. Кинйәбулатов һүҙҙәре,
Ф. Үҙәнбаева көйө.
“Китәһең дәме ни? — тине әсәй. —
Күргәндәй ҙә әле булманым.
Ут алырға ҡайтҡан кеүек кенә
Ҡайтаһың бит гелән, уланым”.
Ут алырға, эйе, ут алырға,
Ут алырға ҡайтам мин гелән.
Әсәй, һин дә уны белдеңме ни?
Беләм икән, тиһәм, мин генә.
Әсәй, һиңә, тыуған яҡҡа ҡайтам,
Ҡайтам күҙҙәремде асырға.
Оло юлға сығыр һуҡмаҡ эҙләп,
Булған ваҡлыҡтарҙан ҡасырға.
Ҡушымта:
Йөрәгемдең утын дөрләтергә,
Ялҡын өҫтәр өсөн ҡаныма.
Ут алырға, бары ут алырға
Ҡайтам, әсәй, һинең яныңа.