Йәшәгән һайын матурлана10.11.2012
Яран гөл менән “аҡса гөлө” байлыҡты магнит кеүек тартып ултыра, тип иҫәпләй эзотериктар. Уларҙы үҫтереү серен боронғо Ҡытайҙа, Һиндостанда, Мысырҙа һәйбәт белгәндәр, даими өйрәнгәндәр.
Әле “аҡса гөлө” һәр өйҙә, эш урынында тиерлек бар. Ул һәйбәт үҫһә, япраҡтары эре булһа, йорт хужаларының матди хәле яҡшы икәнлеген, йә иһә оҙаҡламай яйға һалынасағын белгертә. Бының өсөн гөлгә уңайлы урын табыу, дөрөҫ тәрбиәләү генә шарт. Көньяҡ-көнсығыштағы тәҙрә төбөнә ултыртыу айырыуса һәйбәт булыр — “аҡса гөлө” ҡояшты ярата. Йылы яҡта тыуғанлыҡтан, ҡала фатирындағы ҡоро һауаға бирешмәй. Шулай ҙа йәйгеһен уны тышҡа сығарып алырға кәрәк.
Ырымға ҡарағанда, аҡса күпләп ағылһын өсөн “аҡса гөлө”нөң ботағын башҡалар һиҙмәгәндә өҙөп йәки магазиндан һатып алырға кәрәк. Таныштарҙан килтерергә ярамай, сөнки гөл электән белгән еренә матди байлыҡ “ташыуын” дауам итер.
“Аҡса гөлө” тиҙ үрсей, хатта бәләкәй генә япраҡтан үҫеп китә. “Үпкәләп” бармаған сыҙамлы гөл оҙаҡ йәшәй. Йылдар үтеү менән матурлана бара. Хатта сәскә лә ата икән, әммә бындай осраҡ бик һирәк була. Шуныһы ҡыҙыҡ: “аҡса гөлө” сәскә атҡан хужаны нимә көтә икән? Моғайын, баш әйләндергес байлыҡтыр. Шулай ҙа, ниндәй генә бейеклек яулаһаң да, тере талсымды оноторға ярамайҙыр.