Һөйөү һәм бәхет талсымы10.11.2012
Ябай телдә “ҡатын-ҡыҙ бәхете” тигән исем алған спатифиллумды гүзәл зат бик яратып үҫтерә.
Ырым буйынса, гөлдө башҡаларға бирергә ярамай — ул үҙе менән бәхетеңде алып китә. Бүләккә бирелгән спатифиллум шәхси тормошҡа ыңғай йоғонто яһай. Уны йәш ҡатынға биреү айырыуса һәйбәт: уға һәр яҡлап уңыш йылмайыр, кейәүҙә булмағанға — мөхәббәтен табырға, әлегә балаһыҙҙарға әсәлек бәхетен татырға ярҙам итер. Күптәрҙең әйтеүенсә, йортта һөйөү һәм бер-береңә хөрмәт юғалһа, аңлашылмаусанлыҡ, айырылышыу мәлендә “ҡатын-ҡыҙ бәхете” “үлә”. Ғәҙәттә, гармония булһын өсөн спатифиллумға йәнәш ултыртып антуриумды (“ир-ат бәхете”) үҫтерәләр.
Дөрөҫ тәрбиәләгәндә, был гөл йылына ике тапҡыр — яҙ-йәй һәм көҙ-ҡыш — сәскә ата. Сәскәләре һулып барғанда, уларҙы ҡырҡырға кәрәк, шул саҡта яңылары тиҙерәк барлыҡҡа килер.
Матур, тылсымлы гөлдөң “Аҡ елкән” тигән исеме лә бар — сәскәләре елкәнгә оҡшаған.