Балҡыһын “Киске Өфө”!10.11.2012
Балҡыһын “Киске Өфө”!Милләттең йөҙөн нимә билдәләй? Әлбиттә, тел, мәҙәниәт, әҙәбиәт, шул халыҡтың арҙаҡлы шәхестәре, тип яуаплар күптәр. Эйе, быларҙың барыһы менән дә килешеп була, тик матбуғаттың да мөһим урынды биләүен онотмайыҡ әле. Ул да бит — милләттең өлгөргәнлеген, үҙаңын, менталитетын сағылдырыусы.

Республикабыҙҙың башҡорт телендә донъя күргән баҫмаларының береһе “Киске Өфө” гәзите ошо көндәрҙә үҙенең 10 йыллыҡ юбилейын билдәләне. Заманында республикабыҙҙың баш ҡалаһы халҡы өсөн башҡортса гәзит сыҡмауы йәмәғәтселекте борсой ине. Ниһайәт, мәсьәлә ыңғай хәл ителде. “Киске Өфө”нөң тәүге һаны сығыуын күптәр суверенитеттың татлы емеше тип тә ҡабул иткәйне.
Баш ҡаланың “Нефтсе” мәҙәниәт һарайында үткән юбилей тантанаһында шығырым тулы халыҡ ине. Хатта, алыҫ араларҙы яҡынайтып, райондарҙан фольклор ансамблдәре лә килгән.
— “Киске Өфө” яҡшы йәшәргә өйрәтә, тигән фекер яңғырағайны. Бының менән килешмәү мөмкин түгел, — тине ҡотлау телмәрендә Башҡортостан Хөкүмәтенең Премьер-министр урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова. — Был баҫманың үҙ уҡыусылары бар, сөнки унда уйландырырлыҡ, фәһем бирерлек мәҡәләләр донъя күрә. Балҡыһын “Киске Өфө”!
Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Ирек Ялалов та (һүрәттә) йөрәк түренән сыҡҡан теләктәрен еткерҙе. Юбилей уңайынан гәзит редакцияһына ул автомобиль дә бүләк итте.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе Румил Аҙнабаев “Киске Өфө”нөң баш мөхәррире Гөлфиә Янбаеваның хеҙмәтенә юғары баһа бирҙе. Ысынлап та, ул — гәзитте ойоштороусы ла, бөгөнгө кимәлгә күтәреүсе лә. Хеҙмәте өсөн Гөлфиә Гәрәй ҡыҙы йәмәғәт ойошмаһының иң юғары наградаһы — “Ал да нур сәс халҡыңа!” миҙалы менән бүләкләнде.
Халыҡ фекерен еткергән, милләттең яҙмышын хәстәрләгән, республикабыҙҙың ижтимағи-сәйәси тормошон асыҡ сағылдырған гәзитте хәҙер Өфөлә генә түгел, башҡа райондарҙа ла үҙ итәләр. “Киске Өфө” — ырыҫлы һәм бәрәкәтле Башҡортостан ерен, уның эшһөйәр халҡын данлап, илебеҙҙең бөгөнгөһө менән таныштырып ҡына ҡалмай, рухи һәм әхлаҡи ҡиммәттәрҙе киләсәк быуынға еткереүсе лә.
Яҡын дуҫыбыҙ “Киске Өфө”гә яңы ҡаҙаныштар, тоғро уҡыусылар, хеҙмәткәрҙәренә бөтмәҫ илһам, ижади ҡомар, үткер ҡәләм, именлек-һаулыҡ теләйбеҙ.
А. АБҘАҠОВ.



Вернуться назад