Хикмәттәр10.11.2012
Дөрөҫ йәшәһәң...

Бер эшҡыуар, диңгеҙ буйындағы бәләкәй генә ауылда туҡталғанда, ҙур балыҡ тотҡан кешене күреп ҡалған. Уны уңышы менән ҡотлаған һәм кәсебе өсөн күпме ваҡыт кәрәклеге хаҡында һораған.
— Бер-ике сәғәт, — тип яуап биргән балыҡсы.
— Ә ниңә диңгеҙҙә оҙаҡҡараҡ ҡалып, күберәк тотмайһың?
— Берәү етә — ғаиләмдең бер көнлөк тамағы хәстәрле.
— Ә ҡалған ваҡытыңды нисек үткәрәһең?
— Төшкә ҡәҙәр йоҡлайым, унан бер-ике сәғәт балыҡ тотам, артабан балаларым менән уйнайым. Кискеһен ауыл буйлап йөрөйөм, гитара сиртәм... Тормоштоң рәхәтен күреп йәшәйем!
— Ә мин — Гарвард университетын тамамлаған кеше, — тигән эшҡыуар. — Һиңә ярҙам иткем килә, сөнки бер ҙә дөрөҫ йәшәмәйһең. Көноҙоно балыҡ тотоп, иң тәүҙә үҙеңә ҙур кәмә һатып алырға тейешһең...
— Шунан?
— Тағы ла күберәк балыҡ тотоп, кәмәләреңде бер нисәүгә еткерә алаһың. Хатта карапҡа аҡсаң етер. Берҙән-бер көндө тотош флотилияң булыр.
— Унан?
— Балыҡты аралашсыға һатыу урынына, уны тура фабрикаға килтерә башларһың. Табышыңды күбәйтһәң, үҙ фабрикаңды ла асырға мөмкин. Һәм, әллә ҡасан онотолған был ауылды ҡалдырып, ҙур ҡалаға күсеү, үҙ офисыңды асыу мөмкинлегенә эйә булырһың.
— Ә был күпме ваҡытты аласаҡ?
— 15 — 20 йыл, — тигән бай кеше. — Артабан иң ләззәтле мәлдәр етә. Фирмаңды һатып, бик бай кешегә әйләнерһең.
— Унан?
— Эшләмәһәң дә була. Яр буйындағы бәләкәй генә ауылға күсеп киләһең, төшкә ҡәҙәр йоҡлайһың, күңел өсөн балыҡ тотаһың, балаларың менән уйнайһың, ауыл буйлап йөрөйһөң, гитара сиртәһең...

Ышана белергә кәрәк


Сүлдәге һыулы урын кибә башлаған. Халыҡ ҡоҙоҡ ҡаҙырға тырышып ҡараған, әммә һыу таба алмаған. Ҡәбиләнең башлығы көнө-төнө Алланан ярҙам һораған. Кешеләр ҡурҡыу менән уның ҡарарын көткән. Ниһайәт, башлыҡ халыҡты йыйып алған.
— Алла беҙгә һынау ебәргән булған. Ауырлыҡты еңә алабыҙ, — тигән ул. — Ҡороған урынды ҡаҙһаҡ, һыу сығыр.
Кешеләр ҡыуанышып эшкә тотонған. Бер аҙна ҡаҙғандар, ике — һыу сыҡмаған. Ҡәбилә тарала башлаған. Тиҙҙән һыуы ҡороған ерҙә башлыҡ менән улы ғына ҡалған.
— Атай, һин һаман да һыу сығырына ышанаһыңмы? — тип һораған өмөтһөҙлөккә бирелгән егет.
— Ышана белергә кәрәк, — тип тыныс ҡына яуап биргән атаһы һәм ҡаҙыуын дауам иткән.
Йөҙ көн һәм төн бил бөккән улар. Йөҙ ҙә беренсе көндә соҡорҙан көслө фонтан атылып сыҡҡан. Һыулы урын элеккенән дә ҙур һәм таҙараҡ икән.
...Кеше үҙе күрмәгәнгә лә ныҡ ышанһа, бүләккә хыялындағыһын алыр, ти.

Барыһына ла өйрәтеп булмай


Көрәш буйынса билдәле бер кешенең уҡыусылары күп булған. Уларҙың араһында иң өлкәне оҙаҡ йылдар буйы тырышып шөғөлләнгән.
— Һеҙ мине нимәгә өйрәтмәй ҡалдығыҙ? — тип һораған ул бер саҡ уҡытыусыһынан.
— Белгәндәремдең барыһына ла өйрәттем. Көрәштең миңә билдәле барлыҡ алымдарын үҙләштерҙең.
Егеттә үҙе өсөн ҙур ғорурлыҡ тыуған. Хәҙер ул — илдә иң яҡшы көрәшсе! Хатта уҡытыусыһын да еңер әле! Йәш көрәшсе остазын майҙанға саҡырған. Уларҙың алышын ҡарарға барлыҡ халыҡ йыйылған.
Тигеҙ һәм тыныс барған алышта уҡытыусы ниндәйҙер алым менән уҡыусыһын алып һелтәгән.
— Ғәжәп, — тип аптыраған йәш көрәшсе. — Барыһын да белә инем, әммә һеҙ мине ниндәйҙер ят алым менән еңдегеҙ.
— Мин һине ысынлап та барыһына ла өйрәттем, — тигән уҡытыусы. — Ә был алым әле генә тыуҙы, алыш барышында. Ул — ижад емеше!
— Һеҙ мине ниңә өйрәтмәнегеҙ?
— Был мөмкин түгел, ижад итергә үҙең өйрәнергә тейешһең.


Вернуться назад