Берәүгә — байрам, икенсегә — эш10.11.2012
Йәштәр үҙ байрамдарын киң билдәләргә күнеккән. Күңел асырға сәбәп тә сығып ҡына тора уларға. Мәҫәлән, 12 августа Халыҡ-ара йәштәр көнө билдәләнһә, 27 июндә Рәсәйҙең егет һәм ҡыҙҙары байрам итә.
Бөгөн иһә — Бөтә донъя йәштәр көнө. 1945 йылда Лондонда Бөтә донъя демократик йәштәр федерацияһына нигеҙ һалыныу хөрмәтенә барлыҡҡа килгән байрам ул. Был ойошма тыныслыҡ, халыҡтар бойондороҡһоҙлоғо, йәштәрҙең хоҡуғы өсөн сығыш яһай, фашизмға, колониализмға, расизмға ҡаршы көрәш алып бара.
Йәштәрҙең VI Бөтә донъя фестивале 1957 йылда Мәскәүҙә була. “Тыныслыҡ һәм дуҫлыҡ өсөн!” тигән девиз менән үткән сарала 131 илдән 34 меңдән ашыу кеше ҡатнаша. 1985 йылдағы XII фестивалде лә илебеҙҙең баш ҡалаһы ҡабул итә.
Бөтә донъя йәштәр көнөн республикабыҙҙа нисек үткәрәләр? Ошо хаҡта ҡыҙыҡһынып, бер нисә кешегә мөрәжәғәт иттек.

Илнур ЙОСОПОВ, йәш эшҡыуар, Өфө ҡалаһы:
— Ноябрҙә йәштәр көнө барлығын белдем, әммә аныҡ датаһы менән ҡыҙыҡһынмай инем. Ғөмүмән, был көнөм башҡаларынан бер нәмәһе менән дә айырылманы һәм әле лә шулай — эш ифрат күп. Байрам кәрәкмәй, тимәйем. Бик мөһим ул — бер-берең менән аралашыу, берләшеү, уртаҡ маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн ҡулай. Әммә хәҙер, минеңсә, йәштәрҙең күбеһе эшлеклегә әйләнде, дәүләтебеҙ ҙә шуны талап итә кеүек.

Фаягөл МӘЖИТОВА, Баймаҡ лицей-интернатының XI класс уҡыусыһы:
— Йәштәр көнөн үткәрергә күптән әҙерлек алып барҙыҡ. Бөгөн беҙҙә күңелле ярыштар, концерт була. Өлкән класс уҡыусыларынан тупланған бер нисә команда шаянлыҡта, тапҡырлыҡта һынау тота. Ә һуңынан — дискотека!

Данил ХИСМӘТУЛЛИН, БДУ студенты:
— Быйыл байрам шәмбегә тура килгәнлектән, уны ауылда үткәрәм. Көҙҙөң һуңғы айы — хужалыҡта мәшәҡәттең күп мәле. Уларҙан ҡасып, күңел асып йөрөргә теләк юҡ. Һәр хәлдә, эштән ҡәнәғәтлек алыу, ата-әсәңә, туғандарыңа кәрәклегеңде тойоу үҙе үк байрам кәйефен тыуҙыра.


Вернуться назад