Меркурий Уҡсылар йондоҙлоғона инә. Күптәрҙең тормошо яйға һалынасаҡ һәм һәүетемсә барасаҡ. Һәр кемгә иғтибар үҙәгендә булыу оҡшай, ләкин был аҙнала хәл-ваҡиғаларҙың уртаһында ҡайнамаҫҡа тырышығыҙ. Ниндәйҙер ойошмаға инеүҙән баш тартығыҙ. Дүшәмбе бурҙарҙан һаҡ булығыҙ. Шишәмбе мәғариф өлкәһендә эшләүселәргә уңыш йылмайыр, уҡытыусылар, студенттар алдында сығыш яһаусылар өсөн һәйбәт көн. Шаршамбы бар йәһәттән һүлпәнлек күрһәтерһегеҙ. Кесе йома алдан төҙөлгән килешеүҙәрҙе тормошҡа ашырыр өсөн тырышлыҡ һалырға кәрәк буласаҡ. Ярамһаҡланыусыларҙан ары тороғоҙ, улар һеҙҙе шәхси мәнфәғәттәрендә файҙаланырға ниәтләй. Йома — һөнәри йәһәттән үҫеү өсөн яҡшы көн, документтар менән эш итеүселәргә айырыуса уңышлы булмаҡсы.
ҠУҘЫ (21.03 — 20.04).
Һәлкәүлекте оноторға ваҡыт. Тырышлығығыҙҙы күрерҙәр, баһаларҙар, шуға ҡушылған һәр эште еренә еткереп атҡарығыҙ. Сауҙа һәм реклама бизнесында мәшғүл кешеләр өсөн уңышлы аҙна.
БУҒА (21.04 — 21.05).
Аҡса мәсьәләһендә быға тиклем булмағанса һаҡсыллыҡ күрһәтерһегеҙ. Эшлекле даирәлә уңыштар йылмаясаҡ.
ИГЕҘӘКТӘР (22.05 — 21.06).
Аҙна бик тығыҙ булмаҡсы —әҙер тороғоҙ. Ваҡ-төйәккә ныҡ иғтибар итеп, ниндәйҙер ҙур проекттан баш тартһағыҙ, киләсәктә уңыш һәм килем килтерәсәк эшкә аяҡ салырһығыҙ.
ҠЫҪАЛА (22.06 — 23.07).
Үҙаллы булырға тырышып, ниндәйҙер ҡалыптарға индергән тәҡдимдәрҙән баш тартмағыҙ. Һуңынан был килешеүҙе тергеҙеп, партнерығыҙ вәғәҙә иткән килемде алып булмаясаҡ.
АРЫҪЛАН (24.07 — 23.08).
Маҡсаттарығыҙ селпәрәмә килер. Эшегеҙҙә мәшәҡәттәр күп булыр, әммә уларҙы уңышлы атҡарып сығырһығыҙ. Һеҙҙе һәйбәт яңылыҡтарға бай аҙна көтә.
ҠЫҘ (24.08 — 23.09).
Ата-әсәгә ҡағылған мәсьәләләрҙе тиҙ арала хәл итергә кәрәк, был эш бар булмышығыҙҙы ялмар. Ремонт өсөн кәрәк-яраҡ, өй өсөн йыһаздар һатып алыу уңышлы.
ҮЛСӘҮ (24.09 — 23.10).
Эш алымдарын алмаштырырға кәрәк. Шул ваҡытта яңы килешеүҙәр төҙөрһөгөҙ, килемегеҙ артыр. Үҙгәрештәргә әҙер булығыҙ.
САЯН (24.10 — 22.11).
Ойоштороу һәләтен эшкә ҡушығыҙ. Эшлекле килешеүҙәр төҙөү өсөн күп ваҡыт сарыф итерһегеҙ, командировкаларға йыш сығырһығыҙ. Тәҡдимдәрегеҙҙе һәм фекерҙәрегеҙҙе юғары баһаларҙар.
УҠСЫ (23.11 — 21.12).
Яңы пландар һәм эштәр менән янырһығыҙ. Тик ниндәйҙер сәбәптән улар тормошҡа ашмаясаҡ. Аҡса мәсьәләһендә иғтибарлыраҡ булығыҙ.
ЫЛАҠ (22.12 — 20.01).
Насар ғәҙәттәрегеҙ менән көрәшергә ваҡыт. Маҡсаттарығыҙҙы тормошҡа ашырырға тырышығыҙ. Оҡшамаған кешеләр менән әңгәмәләшеүҙән баш тартығыҙ.
ҺЫУҒОЯР (21.01 — 19.02).
Үткән аҙнала башлаған эштәрегеҙҙе ахырына еткереп ҡуйығыҙ. Дуҫтарығыҙ, туғандарығыҙ менән осрашығыҙ. Һеҙ уларҙың ярҙамына мохтаж.
БАЛЫҠ (20.02 — 20.03).
Эшегеҙҙә уңышлы осор. Хеҙмәтегеҙҙе баһаларҙар, ҙур ғына премия биреүҙәре лә ихтимал. Йыйылыштарҙа, кеше алдында яһаған сығыштарығыҙ һөҙөмтәле булыр.
Өмөтбикә.