“Һаумыһығыҙ, Ғилемдар ағай!” – 12 йәшлек үҫмер полицейскийҙың ҡулын ҡыҫа. Ысынлап та, Белорет районының Әзекәй ауылында Ғилемдар Сирғәлинде йәше лә, олоһо ла белә. Майор, полицияның өлкән участка вәкиле ике тиҫтә йылға яҡын Рәсәй Эске эштәр министрлығының “Белорет” муниципаль-ара бүлегендә хеҙмәт итә.
Уның биләмәһендә ете меңдән ашыу кеше йәшәй һәм уларҙың һәр ҡайһыһы үҙ участковыйын танып тора тип әйтһәк, һис тә арттырыу булмаҫ. Ихлас, ярҙамсыл майорҙы хөрмәт итәләр, ул да һәр кем менән уртаҡ тел таба белә. Эшемдән уңдым тип иҫәпләгән Ғилемдар ағай:
– Кешеләргә ҡарата ниндәй ҡарашта булһаң, улар ҙа һиңә шулай яуап ҡайтара. Һәр кемгә хөрмәт менән ҡарарға кәрәк. Миңә лә ярҙам талап ителгән осраҡтар була бит. Мәҫәлән, енәйәтте асыу өсөн мәғлүмәт кәрәккәндә яҡшы мөнәсәбәт ярҙам итә, – ти.
Ғилемдар Ҡорбанбай улы көн дә граждандарҙы ҡабул итә. Кемдеңдер малы юғалған, бәғзенең ире эсә, ҡайһыһын нахаҡҡа ҡыйырһыталар... Участковый барыһына ла ярҙам итергә тырыша.
– Мин Сорғот ҡалаһында эшләйем, – ти ошо ауылда йәшәүсе Рифат Шәрәфетдинов. – Атай-әсәйем оло йәштә, әммә юлға тыныс күңел менән сығам, сөнки уларҙың ышаныслы терәге – Ғилемдар Ҡорбанбай улы бар. Бер-бер хәл булыр тигән шигем юҡ.
– Был участковый килгәнсе ауылда тәртип яғы аҡһай ине. Ә Ғилемдар Сирғәлин эшләй башлағас, күпкә тыныс булып ҡалды. Ул ифрат яуаплы: иртәнән алып ҡара кискә тиклем, хатта ялһыҙ эшләй. Шәп участковый! – тип уның һүҙен йөпләй Садиҡ Йомағужин.
Төп күрһәткес – һөҙөмтә. Сирғәлиндең участкаһында енәйәтселек күрһәткесе йылдан-йыл кәмей. Майор йәмәғәтселек араһында шау-шыу тыуҙырған енәйәттәрҙе асыуҙа ла ҡатнашҡан. Мәҫәлән, былтыр уға Әзекәй ауылынан 12 кеше мал юғалыуы хаҡында ғариза яҙып килтергән. Етеҙлек күрһәтеп, халыҡ менән тығыҙ бәйләнештә эшләп, участковый уғрыларҙың эҙенә төшкән. Күрше ауылда йәшәүсе енәйәтселәр тейешле язаһын алған.
Ғилемдар Ҡорбанбай улы Төньяҡ Кавказға командировкаға ла барып ҡайтҡан. Ватан алдындағы бурысын лайыҡлы үтәгәне өсөн Рәсәй Хөкүмәте наградаһына ла лайыҡ булған. Унан тыш, участковыйҙың һөнәри оҫталығы өсөн бирелгән бихисап миҙалы бар.
Ғилемдар Сирғәлин күрше Аҙналы ауылында йәшәй. Ҡатыны Флүзә менән бер-береһен хөрмәт итеп, ике тиҫтә йылдан ашыу матур ғүмер кисерәләр. Әйткәндәй, улар Башҡортостандан алыҫта, Ғилемдар Ҡорбанбай улы Төмән ҡалаһында хәрби хеҙмәт үткәндә танышҡан. Оҙаҡҡа һуҙмағандар – Башҡортостанға ҡайтыу менән туй яһағандар. Мөхәббәт йылдар үткән һайын сағыулана ғына бара. Өлкән игеҙәк балалары Динар менән Динараға 21-әр йәш, кинйәләре Фидандың 19-ы тулған. Әйткәндәй, ул әле армияла, ҡайтҡас, юғары юридик белем алырға һәм атаһы һымаҡ хоҡуҡ һаҡлау органдарында эшләргә хыяллана.
Быйыл Ғилемдар Сирғәлин Рәсәйҙең Эске эштәр министрлығы уҙғарған “Халыҡ участковыйы” конкурсының республика этабында ҡатнашҡан. Әзекәй, Боғанаҡ, Аҙналы, Әхмәр ауылдары халҡы үҙ кешегә әүерелгән полиция хеҙмәткәре өсөн ихлас тауыш биргән, һәм абруйлы бәйгелә беҙҙең герой еңеп сыҡҡан! Хәҙер ул ил кимәлендәге бәйгелә көсөн һынаясаҡ. Бына шундай ғәҙел, уңған, булдыҡлы кешеләр һаҡлай беҙҙең именлекте.
Айгөл ШӘКҮРОВА.
Белорет районы.