Улар беҙҙең именлек һағында10.11.2012
Улар беҙҙең именлек һағындаКемдәр һуң ул хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре, ябай итеп әйткәндә, полицейскийҙар? Әлеге лә баяғы күпте белгән Интернетҡа һорау бирҙем. Белмәгәндән түгел, ә фекер төрлөлөгөн иҫбатлау йәһәтенән. Ай-һай, яуаптар мине шаҡ ҡатырҙы, сөнки, ыңғайынан бигерәк, кире һүрәтләүҙәр күберәк икән дә... Шулай ҙа “беҙҙең именлекте һаҡлаусылар”, “йәмғиәт санитарҙары”, “енәйәтселәрҙең дошманы” тигән аңлатмалар күҙгә салынып, күңелде бер аҙ йылытып ебәрҙе. Нисек кенә булмаһын, әрләһәләр ҙә, яманлаһалар ҙа, хоҡуҡ һаҡлау системаһынан тыш үҫешкән алдынғы дәүләтте күҙаллап булмай. Енәйәтселек дәүләт ҡоролошондағы нескәрәк урындарҙы һағалай, шунда уҡ үҙ йоғонтоһо аҫтына алырға тырыша. Ошо күренешкә ҡаршы көрәш йәйелдергән полицейскийҙарҙың хеҙмәтен, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайһы саҡта баһалап та бөтмәйбеҙҙер, бәлки... Тағы ла хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре араһында бик тә үҙенсәлекле, ҡыҙыҡлы шәхестәр осрай. Байрам уңайынан бөгөнгө һүҙебеҙ тап шулар тураһында.

Уның йортондағы матурлыҡҡа хайран ҡалырлыҡ: музей тиерһең! Бына күҙҙең яуын алырлыҡ миләүшә сәскәләре, арыраҡ иһә – һутлы емештәре менән Улар беҙҙең именлек һағындаымһындырған алмағас... Ғөмүмән, Регина Шәрифуллинаның ижады ифрат үҙенсәлекле, сөнки оҫта уларҙы төрлө төҫтәге сәйләндәрҙән яһай.
Сәйлән үреү менән Регинаның әсәһе лә мауыға. Ҡыҙына бәләкәй сағынан уҡ тап ул ижад үҙенсәлектәренә төшөндөргән, үҙ миҫалында ваҡ ҡына быяла бөртөктәренән ысын сәнғәт өлгөһө яһап булғанын күрһәткән. Хәҙер иһә өйрәнсек оҫтаны уҙып киткән: уның ижад емештәрен өйҙә генә түгел, яҡындарының һәм дуҫтарының йорттарында ла осратырға мөмкин.
– Уларҙы иҫәпләгәнем юҡ, – ти Регина. – Әммә, таныштарымдың йортонда үҙем яһаған әйберҙе күреп, кемгәлер ҡыуаныс килтергәнемде тойһам, күңелемә ифрат рәхәт була. Сәйлән үреү – түҙемлеләр сәнғәте. Бәләкәй генә әйберҙе яһау өсөн бер аҙна самаһы ваҡыт талап ителә, ҙур сәскә йәки ағас эшләйем тиһәң, ярты йыл үткәнен көт тә тор.
Ысынлап та, ваҡ ҡына мәрйендәрҙе сымға бөртөкләп теҙеү, төрлө төҫтәрҙе дөрөҫ ҡатнаштырыу өсөн сыҙамлылыҡ һәм ихтыяр көсө мөһим. Әммә сәйлән матурлығына ғашиҡ кеше, күрәһең, бындай “ваҡлыҡтар”ға иғтибар итмәй.
Эйе, һәр кемдең булмышына ауаздаш шөғөл табыуы фарыз. Психологтар кәңәш итеүенсә, ул төп һөнәргә бәйле булмаҫҡа, кешегә ял минуттары бүләк итергә тейеш. Бәйләү, тегеү кеүек шөғөлдәр, мәҫәлән, һаулыҡҡа ла яҡшы йоғонто яһай.
Ә Регина Шәрифуллинаның һөнәрен еңелдән тип атап булмай. Рәсәй Эске эштәр министрлығының Салауат ҡалаһы буйынса бүлеге хеҙмәткәре полиция капитаны дәрәжәһен йөрөтә, үҙен яуаплы һәм етди белгес итеп танытҡан. “Йәмғиәттәге кире күренештәр менән йыш осрашырға тура килгәнгәме, күңелем матурлыҡҡа ынтыла, ыңғай яңылыҡ эҙләй. Яратҡан шөғөлөм ошо етешһеҙлекте еңергә ярҙам итә”, – ти ул.
Әйткәндәй, Регина – уңған хужабикә, балалары Аделина һәм Ринар өсөн йән атҡан яҡшы әсәй ҙә. Ире Руслан – төп таянысы һәм ышанысы. Ул ҡатынын ярты һүҙҙән аңлай, сөнки үҙе лә хоҡуҡ һаҡлау органдарында эшләй.
Илмира ХӘЙБУЛЛИНА.
Салауат ҡалаһы.


Вернуться назад