Интернет тоҙағына эләкмә!10.11.2012
Бер танышым менән әңгәмәләшәбеҙ. Һүҙебеҙ әкрен генә заман үҙенсәлегенә – Интернет селтәренә барып тоташа.

— Ярай әле аҡыллы баштар шуны уйлап сығарған: күптән күрмәгән таныш-белеш йә дуҫтар менән социаль селтәр аша аралашып була, – тигән булам.
— Уныһы шулай ҙа, – тип йөпләй танышым. – Тик балалар компьютерҙы харап итте. Ниндәйҙер йүнһеҙ сайтҡа инеп, «вирус» йоҡторған. Ни генә эшләһәң дә, туҙға яҙмаған һүрәт килеп сыға, ҡайһы бер мәғлүмәт тулыһынса юйылған. Аптырағас, һүндереп ҡуйҙыҡ. Ремонтҡа алып барырға ваҡыт еткерә алмай йөрөйөм… Хәйер, был техник бәләнең эҙемтәләрен бөтөрөргә була. Ә беҙ өйҙә булмаған саҡта бала, Интернет киңлеген байҡап, енәйәтселәр «оялаған» адресҡа барып юлыҡһа?
Ысынлап та, борсолорға урын бар. Бынан бер нисә йыл элек Өфөлә йәшәгән үҫмерҙе, социаль селтәр аша ылыҡтырып, Кавказ республикаларының береһенә алып китеүҙәре хаҡында матбуғатта күп яҙылды. Үҫеп барған быуын виртуаль донъя менән артыҡ мауыға түгелме һуң? Балаларығыҙҙың, уның класташтарының социаль селтәрҙәге биттәренә күҙ һалығыҙ әле – күңелдәрендә ни булһа, шул сағылыш таба. Ә яуапһыҙ мөхәббәттән йонсоған, яҡындары-дуҫтары менән уртаҡ тел таба алмаған, үҙенең кәрәклеген тоймаған үҫмерҙәрҙе Интернеттан табыу һәм уларға психологик тәьҫир яһау бәғзеләргә бер ни тормай. Икенсе яҡтан, ололарҙың да ғәйебе бар: донъя мәшәҡәттәренә артыҡ иғтибар бүлеп, бала менән һөйләшергә-аралашырға ваҡыт табабыҙмы? Ошо бушлыҡты ла Интернет тултырмағайы…
Күптән түгел Баймаҡ районында 14 йәшлек үҫмер фажиғәле һәләк булды. Ғаиләләге проблемаларға Интернет селтәренең, түләмәү сәбәпле, ваҡытлыса һүнеп тороуы, малайҙың һөйгән ҡыҙына социаль селтәр аша хат яҙа алмауы ла өҫтәлгән, тиҙәр мәрхүмде яҡындан белгәндәр. Был йәштә донъяны йә аҡ, йә ҡара төҫтә генә ҡабул иткән үҫмер оҙаҡ уйлап тормаған – үҙ-үҙенә ҡул һалған… Бик аяныс, бик йәл, әммә бындай миҫалдар, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, аҙым һайын.
Рәсәйҙең төрлө төбәгендә фажиғәләр әленән-әле ҡабатланып тора, әммә мәсьәләгә ил кимәлендә иғтибар тойолмай ине. Шулай ҙа быйыл йәй боҙ урынынан ҡуҙғалды – июлдә Рәсәйҙең Дәүләт Думаһы «Балаларҙы һаулығына һәм үҫешенә зыян килтереүсе мәғлүмәттән һаҡлау тураһында» Закон ҡабул итте. Уға ярашлы, Интернет селтәрендә ил биләмәһендә тыйылған мәғлүмәт таратыусы сайттарҙың берҙәм исемлеген булдырыу күҙаллана.
Белгестәр әйтеүенсә, тыйылған мәғлүмәттәр алып ташланмаясаҡ, әммә уның хужаһы иҫкәртеләсәк, һәм ул бер тәүлек эсендә сайтын таҙартырға тейеш. Үтәлмәгән осраҡта, был биткә юл ябыласаҡ. Унан тыш, суд ҡарары менән сайттың «ҡара исемлек»кә индерелеүе лә ихтимал.
Ә ниндәй мәғлүмәтте тыйылған тип иҫәпләргә һуң? Һис шикһеҙ, тәүге сиратта балалар порнографияһы, үҙ-үҙеңә ҡул һалыу буйынса кәңәштәр тәҡдим иткән, наркотик матдәләрҙе пропагандалаған сайттар. Әйткәндәй, әлеге лә баяғы социаль селтәрҙәр, электрон мәғлүмәт элемтәһе компаниялары хужалары Интернетта тәртип урынлаштырыуға ҡаршы сығыш яһай – улар килемдәрен юғалтыуҙан ҡурҡа.
1 ноябрҙә Закон үҙ көсөнә инде. Интернетты ҡулланыусылар zapret-info.gov.ru адресы буйынса теге йәки был шикле сайттың «тыйылған» исемлеккә индерелеү-индерелмәүен тикшерә ала.
Рәсәйҙең элемтә һәм киң коммуникациялар министры Николай Никифоров әйтеүенсә, тыйылған мәғлүмәт менән мауыҡҡан һәм иҫкәртеүгә битарафлыҡ күрһәткән осраҡта, бер генә сайтҡа ла миһырбанлыҡ күрһәтелмәйәсәк, хатта донъя кимәлендә билдәле YouTube, LiveJournal кеүектәргә лә юл ябыласаҡ. Әйткәндәй, Интернетҡа табыныусылар был яңылыҡты тыныс ҡабул итмәне – илдең ҡайһы бер ҡалаларында «цензура»ға ҡаршы пикет һәм митингтар үтте.
“Роскомнадзор” белгестәре әйтеүенсә, тыйылған сайттар исемлеген берләштереүсе реестр эшләй башлағандың тәүге сәғәтендә үк, уларға, мәғлүмәт һорап, 200-гә яҡын ғариза ебәрелгән. Шул уҡ ваҡытта реестрға хакерҙар һөжүм итә: тәүге сиратта улар ялған ғаризалар ебәреп, сайтҡа көсөргәнеш төшөрә.
Нисек кенә булмаһын, ҡануниәттә, ниһайәт, «бер ниндәй ҙә закон яҙылмаған» Интернет киңлегендә тәртип урынлаштырырға тырышҡан үҙгәрештең барлыҡҡа килеүе – үҙе үк ыңғай күренеш. Шулай ҙа үҙен аҡыллы тип иҫәпләгән кеше уйланырға тейеш: виртуаль донъяның киберҡорбанына әйләнергә ярамай, сөнки тормош шундай матур, ысынбарлыҡ ифрат күп яҡлы!
Г. Балтабаева


Вернуться назад