Һорауҙар күп, тыңлаусы юҡ...09.12.2011
Гәзитебеҙҙең быйылғы 28 май һанында Хәйбулла районының Подольск ауылынан Әмерхан Салауатовтың “Ауылдың киләсәген тәьмин итерҙәй саралар күреләме?” тигән мәҡәләһе донъя күргәйне. Күп уйлап йөрөгәндән һуң ул турала мин дә яҙырға булдым.
Салауатов проблеманы дөрөҫ күтәрә. Ысынлап та, беҙ ҡайҙа барабыҙ? Ауылдарҙа эш юҡ. Йәштәр ыҙалай. Бөтәһе лә эшҡыуар була алмай шул. Ҡайһы берәүҙәр ситкә барып эшләп ҡайта, ләкин унда ла бит хаҡын күп түләмәйҙәр. Һуңынан ир менән ҡатындың береһе — тегендә, икенсеһе — бында. Был инде ғаиләнең тарҡалыуына сәбәпсе була. Кәләш алмаған ирҙәр, кейәүгә бармаған ҡатын-ҡыҙ беҙҙә лә күп. Ғаиләһе булғас, йәшәү урыны ла кәрәк бит әле. Кем уны килтереп тоттора? Туғандар менән өй һалыр өсөн ағас йәки кирбес кәрәк, ә уны ҡайҙан алырға? Урындағы халыҡҡа ағас юҡ.
Ул ғына ла түгел, беҙҙең Манышты ауылында 15 йыл инде (янғындан һуң) мәҙәниәт йорто эшләмәй. Гәзит, журнал биттәрендә мәҡәләләр баҫылды, ләкин тәүге йылдарҙа (2005 йылдан һуң), һеҙҙең мәҙәниәт йорто — мәктәптең спорт залы, тинеләр. Һуңынан иһә, уйлайбыҙ, тип яуаплағандар. Баштарына әҙерәк килеп еткән, ахыры, спортзал мәҙәниәт йорто була алмай.
Ауылыбыҙҙа урта мәктәп бар ине. Уны тулы булмағанына әйләндерҙеләр. Ҡайһы бер уҡыусылар Инйәр урта мәктәбенә йөрөп уҡый, автобус уларҙы ауылға килтереп еткермәй. Сәфәрғолға ла ярты юлдан йәйәүләп ҡайталар, уҡыусыларҙы төшөрөп, автобус Яңы Хәсән уҡыусыларын алып китә.
Инйәр зонаһында ҡулланыусылар йәмғиәте бар ине. Ошоғаса ул эшләне, ләкин яңыраҡ юҡҡа сыҡты. Был ойошма утыҙҙан ашыу ауыл халҡын бөтә нәмә менән тәьмин итә торғайны.
Инйәрҙән Түбәнге Төлмәйгә йөрөгән юлды ғына алып ҡарайыҡ. Ул соҡор-саҡырҙан ғына тора. Һорауҙар күп, ләкин уны тыңлаусы юҡ...
Нурулла МИҺРАНОВ,
хеҙмәт ветераны.
Белорет районы.


Вернуться назад