Киләсәккә өмөт менән17.11.2011
Киләсәккә өмөт менәнБолоттарға үрелгән ҡая-тауҙары, икһеҙ-сикһеҙ урмандары, зәңгәр шишмәләре менән йәнде әсир итә Белорет яҡтары. Был районды башҡа бер ер менән дә сағыштырыу мөмкин түгел. Республикалағы иң ҙур төбәктең 85 проценты урман менән ҡапланған. Көньяҡ Уралдың иң бейек тауы — Ямантау, Ар ташы, Ҡыҙылъяр мәмерйәһе, Асы минераль сығанаҡтары төбәктең шөһрәтен бермә-бер арттыра. Ошо гүзәл тәбиғәт ҡосағын төйәк иткән район һәм ҡала халҡының көнитмеше нисек? Киләсәккә ниндәй уй-ниәттәр менән йәшәйҙәр? Муниципаль район хакимиәте башлығы Владислав Геннадьевич МИРОНОВ менән әңгәмәбеҙ шул хаҡта.
— Владислав Геннадьевич, иң тәүҙә төбәктең иҡтисади хәле менән таныштырһағыҙ ине.
— Бөгөн республикабыҙ төп иҡтисади күрһәткестәр буйынса илдә лайыҡлы урында килә. Күл тамсыларҙан йыйыла тигәндәй, бында Белорет районы һәм ҡала халҡының да өлөшө бар. Уҙып барған йылдың сентябренә эре һәм урта предприятиеларҙың эшмәкәрлеге һөҙөмтәһе ыңғай тип баһаланды. Табыш 748,3 миллион һум булды, йәғни былтырғы күрһәткестәр менән сағыштырғанда 9,1 процентҡа үҫте. Хеҙмәт баҙарында борсоған мәсьәләләр юҡ түгел, әлбиттә. Ҡасандыр ҙур ҡасаба булған Туҡанда бөгөн эшһеҙлек проблемаһы бар. Әле бында тау-байыҡтырыу комбинатын асыу тураһында һөйләшеүҙәр алып барыла. Инвестиция һалырға теләүселәр табылды. Уйлаған ниәттәр уңышлы килеп сыҡһа, 300 кешегә эш урыны буласаҡ.
— Киләһе йыл Белорет ҡалаһы үҙенең юбилейын билдәләйәсәк. Уға әҙерлек нисек бара?
— Был йәһәттән республика етәкселегенең хәстәрлеген тоябыҙ. Хөкүмәт Белорет ҡалаһына нигеҙ һалыныуға 250 йыл тулыуҙы байрам итеүгә әҙерләнеү һәм уны үткәреү тураһында ҡарар ҡабул итте. Был сара беҙгә күңел асыу ғына түгел, ә тәү сиратта район һәм ҡала халҡының көнкүрешен яҡшыртыу, социаль проблемаларын хәл итеү маҡсаты менән һөҙөмтәле эштәр башҡарыуҙы талап итә.
Әле ҡалабыҙ төҙөлөш майҙанын хәтерләтә. Металлург майҙанында реконструкция эштәре инде йылдан ашыу бара. Күптән түгел фонтандың тирә-яғына яңы асфальт түшәү, уның янына менгән баҫҡыстарҙы, яҡын-тирәләге бөтә бордюрҙарҙы яңыртыу эштәре тамамланды. Ҡалабыҙҙың билдәле эшҡыуары Данис Йыһаншин үҙ яуаплылығына алған элекке “Металлург” кинотеатрында эш ҡайнай. Йылдар дауамында ҡарауһыҙ торған бинаны реконструкциялау бик ауыр булыуға ҡарамаҫтан, йәш эшҡыуарҙың уны белореттарҙың яратҡан ял урынына әйләндерәсәгенә ышанам.
Бынан тыш, асыҡ боҙ катогы, өс торлаҡ йорт төҙөүгә әҙерлек эштәре башланды. Бығаса ауыр йөк машиналары ҡала эсенән йөрөп, асфальтты ярып бөтә ине. Ҡаланы урап үтеү юлы файҙаланыуға тапшырылды. Ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын түгеү урыны төҙөү өсөн республика ҡаҙнаһынан 10 миллион һум аҡса бүленде. Һөйләй башлаһаң, пландар күп, әле ҡаланың яңы биҫтәһенә газ, һыу һәм электр үткәреү буйынса проект әҙерләнә.
— Аңлауымса, социаль өлкәгә нығыраҡ иғтибар бирелә, шикелле...
— Тап шулай. Президентыбыҙҙың Мөрәжәғәтнамәһендә лә был хаҡта асыҡ әйтелә. Әгәр кешеләр үҙҙәренең төп ихтыяждарын ҡәнәғәтләндереү мөмкинлегенә эйә булмаһа: яҡшы эш хаҡы, фатир булмаһа, сабыйын ҡайҙа ҡуйырға белмәһә, уларҙа, әлбиттә, ғәҙелһеҙлек тойғоһо тыуа. Ҡалабыҙҙағы Мәжит Ғафури, Лиза Чайкина урамдарындағы балалар баҡсаһы төҙөлөшө лә оҙаҡҡа һуҙылмаҫ тигән өмөттәбеҙ. Үҙәнбашта балалар баҡсаһын үҙ эсенә алған мәктәп һалына.
Һаулыҡ һаҡлау өлкәһе лә иғтибарҙан ситтә ҡалмай. Бала табыу йортоноң элекке корпусы үҙәк район клиник дауаханаһы ҡарамағына бирелде. Унда “Ашығыс ярҙам” станцияһы менән наркология бүлеген урынлаштырырға тип торабыҙ. Сосновкала психиатрия дауаханаһы бына-бына асылырға тора.
— Владислав Геннадьевич, Белорет районында йөҙгә яҡын ауыл бар. Замана шауҡымы урман хужалыҡтарына, колхоз һәм совхоздарға ла ҡағылмай ҡалманы. Ауыл халҡы нисек йәшәй?
— Үҙгәрештәрҙе, әлбиттә, танымай булмай. Ҡасандыр гөрләп торған ауылдар бер аҙ һүнеп ҡалғандай тойолдо, йәштәр күпләп ҡалаларға таралды, балалар һаны кәмей башланы. Халыҡ бөтә уңайлыҡтары булған ерҙә йәшәүҙе хуп күрә. Шулай ҙа һуңғы йылдарҙа ауылдар йәнә йәмләнеп килә.
Ауыл халҡы әүәл-әүәлдән үҙ йүнен үҙе күрергә тырышҡан. Әле лә шулай. Матур итеп донъя көтөргә тырышыусылар бөгөн дә бар: бер аҙ онотола барған кәсептәр тергеҙелә, фермерлыҡ үҫешә. Мал-тыуар, ҡош-ҡорт тотор өсөн беҙҙәге тәбиғәт шарттары ҡулай. Мәҫәлән, Сосновка, Шығай, Сермән ауылдары халҡы ҡымыҙ бешеүгә әүәҫләнеп алды. Экологик яҡтан таҙа үлән утлаған бейәләрҙән әҙерләнгән эсемлектең шифалы булыуына бер кем дә шикләнмәй. Шуға ла ҡымыҙҙы күпләп һатып алалар. Маныштынан Ғариф Мырҙағәлин башҡорт тоҡомло аттар үрсетеү, ҡымыҙ бешеү менән бик уңышлы шөғөлләнә. Шуныһы ҡыуаныслы: ул ауылды төҙөкләндереүгә ныҡ ярҙам итә. Бөгөн үҙҙәрендә мәсет һалды. Йөйәк, Баҡый ауылдары ҡорт үрсетеү кәсебенә ныҡлап тотондо. Бынан тыш, халыҡ күпләп емеш-еләк үҫтерә. Ауыл хеҙмәтенең һөҙөмтәһен ҡала-район йәрминкәләрендә күрергә мөмкин. Төбәктең ағасҡа бай булыуы ҙур, матур йорттар һалырға мөмкинлек бирә. Минеңсә, ауылда эш юҡ тип зарланырға нигеҙ юҡ. Юл буйҙарында миндек, еләк-емеш, бәшмәк һатып та килем алырға була бит.
Беҙҙең районда туризмды үҫтереү буйынса шарттар бар. Һуңғы йылдарҙа был өлкәлә шәхси эшҡыуарлыҡтың алға китеше ҡыуандыра. Мәҫәлән, Ҡағы ауылында иҫке мәктәп бинаһын һатып алып, “Тәңре” туристик ойошмаһы асып ебәрҙеләр. Бында атта һыбай йөрөү, кәмәлә ағыу йүнәлешендә эшләйҙәр.
— Бөгөн күп ауылдарҙа ҡулайлаштырыу сәбәпле мәктәптәр ябыла. Был йәһәттән һеҙҙә хәлдәр нисек?
— Бәхәс юҡ, белем системаһы күптән үҙгәрештәр талап итә. Әммә бер-ике көндә аҫтын-өҫкә әйләндермәй, ә яйлап, үлсәп күсергә ине лә бит. Тик һәр кем эш күрһәтеп, беренсе булып ҡалырға тырыша. Һөҙөмтәлә таяҡтың иң ауыр башы халыҡ иңенә төшә. Ниңә ябай халыҡ, тигән һорау тыуалыр күптәрҙә. Уҡытыусы, уҡыусы, ата-әсә ошо халыҡтың айырылғыһыҙ өлөшөн тәшкил итә бит. Эйе, үкенескә ҡаршы, ҡулайлаштырыу ауыл мәктәптәренең “ҡыҫҡарыуына” килтерҙе. Уҡытыу системаһының тарҡалыуы күптән инде тамыр йәйгән эшһеҙҙәр армияһын арттырҙы. Былай ҙа аҡсаһыҙ интеккән ата-әсәгә балаһын сит ергә йөрөтөп уҡытырға тура килә.
Ҡулайлаштырыуға ярашлы, район-ҡалала 11 мәктәп — аҙ комплектлы, 15 мәктәп филиал итеп үҙгәртелде. Беҙ бер ауылда ла мәктәпте япманыҡ. Оптимизация ваҡытында һәр төбәктең үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып үҙгәрештәр индерергә кәрәк. Беҙҙең район бигерәк тә шәхсән ҡарауҙы талап итә. Мәҫәлән, юл булмау сәбәпле, Баҡыйҙан балаларҙы йөрөтөп уҡытыу мөмкинлеге юҡ, шуға бер бала өсөн башланғыс мәктәп тотабыҙ. Билдәле булыуынса, Баҡый — ҙур ауыл, Советтар Союзы Геройы Зөбәй Үтәғоловты, яҙыусы Сабир Шәриповты үҫтергән бәрәкәтле ер. Киләсәктә бында балаларҙың артыуы көтөлә.
— Мәғариф өлкәһе һәр саҡ ярҙамға мохтаж инде ул.
— Заманында “Иҫке мәктәп” программаһына инеп ҡалыу отошло булды — йәмғеһе 15 белем биреү усағы төҙөлдө. Әлбиттә, хәл итәһе мәсьәләләр ҙә юҡ түгел. Ломовка, Тимер юлсылар, Туҡан, Тирлән кеүек ҡала Советына ингән ауылдар ул программаға эләкмәне. Шул сәбәпле бында мәктәптәр яңыртыуҙы көтә.
Дөйөм алғанда, районда балаларға белем биреүҙе, уҡытыусыларҙың эшен юғары баһалайым. “Йыл уҡытыусыһы” бәйгеләрендә лайыҡлы урындар алыуыбыҙ — шуға асыҡ дәлил. Ҡалалағы компьютер мәктәбенең даны сит өлкәләрҙә лә киң билдәле, уҡыусылар республика кимәлендәге олимпиадаларҙа еңеү яулай. Уҡытыусыларҙы дәртләндереү йәһәтенән йыл һайын ун кешегә район хакимиәте гранты тапшырыла.
Әлбиттә, тормош алға бара, заман үҙгәрә, һәм ул беҙҙең алда һәр өлкәлә яңынан-яңы бурыстар ҡуя. Быларҙың барыһы ла беҙҙән киләсәккә өмөт менән йәшәүҙе талап итә.
Венер ИСХАҠОВ
Белорет районы.


Вернуться назад