Ғаиләбеҙ менән “Башҡортостан”дың һәр һанын ашҡынып көтөп алабыҙ. Миңә “Дин үә заман” рубрикаһында донъя күргән мәҡәләләр айырыуса яҡын. Диндең яҙмышымдағы әһәмиәте хаҡында яҙып үтмәксемен.
Беҙ ғаиләлә ике ҡыҙ үҫтек. Атайһыҙ йәшәргә тура килде, сөнки уның яңы ғаиләһе, биш балаһы бар ине. Йәйен — йәйләүҙә, ҡышын ҡышлауҙа бил бөккән, колхоз эшенә йәне-тәне менән бирелгән әсәйебеҙҙең барлыҡ тапҡан-таянғаны беҙгә китеп торғандыр — атайһыҙ булһаҡ та, етемлекте тойманыҡ. Бында өләсәйемдең дә өлөшө ҙур булғанын әле ныҡлап аңлайым. Ҡәҙерлебеҙ беҙҙе генә түгел, тотош урам балаларын ҡарап үҫтерҙе, тип әйтергә мөмкин. Үҙе көн дә биш тапҡыр намаҙ уҡый, ураҙа тота торғайны. Доғаларын үҙем дә һиҙмәҫтән ятлап алып бөткәйнем.
“Икмәктең валсығын да төшөрмәгеҙ, Хоҙай башығыҙға утлы суҡмар менән һуғыр. Бер ваҡытта ла алдашмағыҙ, ни хәтлем ҡыйын булһа ла, дөрөҫөн әйтегеҙ. Сит кешенең энәһенә лә теймәгеҙ. Алдаҡ — бурлыҡтың башы”, — тип гел генә киҫәтеп, тормош һабаҡтары бирә торғайны өләсәйебеҙ. Ошо нәсихәттәре өсөн ҡәҙерлемә ҙур рәхмәт. Уларҙы үҙ балаларыма һеңдереп үҫтерҙем, хәҙер ейән-ейәнсәремдең күңеленә һалырға тырышам.
Тормош юлы һикәлтәле — ваҡыт үтеү, заман мәшәҡәттәре менән динде бер аҙ онотоп киткән саҡтар ҙа булды. Бынан ете-һигеҙ йыл элек ҡаты ауырып киттем. Операцияны көтөп ятҡанда, бер татар әбейе йоҡа ғына дини китабын бирҙе. Уҡып ят, ярҙамы тейер, тине. Әммә уның һүҙҙәренә әллә ни иғтибар итмәнем.
Бер-ике йылдан тағы ла ауырыуға һабыштым. Өфөлә дауаханала күренеп сығып килгәндә, бер кеше ҡулыма теге ваҡыттағы кеүек бәләкәй генә китап тоттороп китте. Ҡараһам, “Өшкөрә торған доғалар”. Шуны йотлоғоп уҡырға керештем. Ҡайһы бер доғаларын шунда уҡ ятлап та алдым. Шул көндә үк ҡыҙымдан мине мәсеткә алып барыуын һораным. “Хәмзә”лә булып, аят уҡытып ҡайттыҡ.
Тап ошо ваҡиғаларҙан һуң күңелемдә өр-яңы тормош башланды. “Һәфтиәк шәриф” тигән китапты һатып алып, бер нисә сүрәне ятланым. Уларҙы әле көн дә уҡыйым, Аллаһы Тәғәләнән ғаиләм ағзаларына, һәр балама иман байлығы, тәүфиҡ, мөхәббәт, һаулыҡ, бәхет теләйем. Тормошҡа ҡарашым да шаҡтай үҙгәрҙе, зиһенем асылды. Өләсәйемдең доғаларын дауам итә алыуым менән айырыуса бәхетлемен.
Ф. ҒӘБДИНОВА.
Бөрйән районы.