Әйтәмен бер йомғаҡ09.11.2012
Әйтәмен бер йомғаҡ1 Ҡыяр, ҡарбуздар өлгөрөп,
Япраҡтарға йәшенгән.
Сөнки улар бөтәһе лә
Күлдәк кейгән (…)дән.
2. Юҡ шаҡ ҡатыр гөлдәрем дә,
Мин һәр ваҡыт күк әрем.
Күк әрем дә арттыра бит
Тыуған ерҙең (…)дәрен.
3. Инәйҙәр аңлатып бирә,
Һеҙ айырырға тейеш:
Сәскә түгел улар, бөгөн
Сыҡҡан бер оя (…).
4. Тейәгәндәр бер тоҡ он,
Осора уны ҡойон.
Инәйһеҙ бит бик ҡыйын,
Сабып килде йәш (…).
5. Филдекеләй оло кәүҙә,
Көслө муйын, оҙон бот.
Аңлап тораһың инде,
Ул, әлбиттә, (…).
6. Ерҙә төрлө еләктәр күп,
Миндәй уңғаны һирәк:
Өс еләктән стакан тула,
Дүрт-биш төптән – бер (…).
7. Ағас йәшел бөрөләргә
Тулышҡан саҡта,
Ете нота булып ҡунды
Улар (…)ҡа.
8. «Йәшелсә» тигән исеме
Ҡабаҡҡа ла килешер.
Тик нисек йәшелсә булһын,
Помидор менән (…)?!
9. Бейәгә лә күңелле,
Хужа күрҙе күңелде:
Ысҡындырҙы олондан,
Эй, юрталар (…)дан.
10. Уға ла тешен батырҙы,
Белмәне ни күрәһең?
Ҡойроҡ бер һелтәне –
Ҡайҙа хәҙер (…)?!
11. Күршеһенән ғәжәпләнеп
Һорай икән бер айыу:
– Сәләм дә бирмәй үтәһең, –
Был ни тигән (…)?
12. Яҙғы тәбиғәт ҡушыла
Беҙҙең изге теләккә.
Иң тәүге нәфис сәскәләр
Әсәйҙәргә (…)кә.
13. Сиртмәй ҙә сиртмәй һаман,
Ҡармаҡты һыуҙан алам.
Ни күрәйем, ҡармаҡта
Кәнфит тә юҡ, (…) та.
14. Әйтәмен бер йомаҡ,
Яуабын сис һин:
Йолҡорға ярамай,
Ҡырҡырға мөмкин.
Сәсмәһәң дә үҫә,
Тик бирмәй емеш.
Йылдар үткәс, уға
Һибелә көмөш.
15. – Аҡтан аҡ нимә аҡ?
– Яңы ғына ҡаймаҡ.
– Аҡтан тағы ни бар?
– Яуып торған аҡ (…).
16. Өҫтәлдә ҡағыҙ ине,
Аҡ ҡағыҙ яңғыҙ ине.
Ҡара ҡәләм, аҡ ҡәләм,
Аҡ ҡағыҙҙан күп (…)!
17. Ынйыҡай, һиңә ҡарап,
Бик тә ғәжәпкә ҡалам.
Ҡайҙан ҡайтып киләһең,
Ах, ниҙәр булды, (…)!
18. Шуға ла киҫәтеп ҡуям,
Килмәгеҙ миңә яҡын:
Тейеү менән өтөп алыр,
Япрағым йәшел (…).
19. Һаҡалы бар,
Мыйығы юҡ,
Башы бар ҙа,
(…)ы юҡ.
Мөгөҙҙәре:
– Һөҙәм, – ти,
Елене: «Һөт
Бирәм», – ти.
20. Ынйыҡай күренһә генә,
Өрә күрмә, түҙ инде.
Ул әле бик бәләкәй бит,
Ҡурҡытмасы (…)мде.
21. Йәйге елгә сер һөйләгән булып,
Моңланмасы, Муйыл.
Ботаҡтарың тулы һутлы емеш,
Бик уңғанһың (…).
22. Ынйыҡайҙы ла һөйрәкләп,
Алып китте йыраҡҡа.
Аҡҡуян да ҡурҡышынан
Инеп ҡасты (…)ҡа.
23. Ынйыҡайҙың сослоғон һис
Ҡыйын түгел аңлауы:
Тәмле еҫте тиҙ һиҙә шул
Уның зирәк (…)ы.
24. Малайҙарҙың Март тигәне
Ну шаян булып сыҡты
Ҡояш менән дуҫлашты ла
Ҡыуҙы бынан (…)ты.
25. Уҫаҡ моңлана өҙҙөрөп,
Имән уйсан тауышлы.
Саған йыры сатнап тора,
Ҡайын наҙлы, (…)лы.
26. Өҫтөндә мәктәп формаһы
Килешеп тора ҡалай!
Миңә кейҙереп ҡараһа,
Шәп булыр ине, (…).
27. Йоҡла, уйна, бик теләһәң,
Уйҙар уйлап ҡарап ят.
Үҙеңә саҡырып торған
Яҡын дуҫ ул (…).
28. Яйлап ҡына олатайым
Алып ҡайтып килә (…)ын.
Бер ҡарайым олатайға,
Бер ҡарайым ҡола (…)ға.

Шпаргалка: Сәс. Тай. Ҡар. Сәс. Танау. Себеш. Ҡыуаҡ. Кишер. Һағыш. Болон. Һыуыҡ. Ялҡын. Ботаҡ. Бүләк. Һеңле. Балам. Сабаҡ. Сәләм. Малай. Йәшел. Ҡолон. Силәк. Быйыл. Ҡыйыҡ. Карауат. Күгәүен. Маһайыу. Бегемот.


Вернуться назад