Рәмил Ғәлиевте белмәгән кеше һирәктер. Үҙен йөҙгә танымаһалар ҙа, Ҡырмыҫҡалы район үҙәгендәге майҙансыҡты биҙәгән айыу, кеш, терпе, ҡырмыҫҡа һындарын күреп һоҡланыусыларҙан: “Ибраһим ауылы оҫтаһы эшләгән”, — тигәндәрен йыш ишетергә тура килә.
Матурлыҡҡа ынтылыу, ошо гүзәллекте башҡаларға өләшеү теләге ҡандан, бала саҡтан килә. Рәмил дә бәләкәйҙән ҡылҡәләмен серле акварель буяуҙарына манып, ап-аҡ ҡағыҙға йәйғор нурҙарын төшөрөүҙән башлай. Ғөмүмән, йәйғорҙа сағылған ете төҫтән генә лә буяу гөлләмәләре барлыҡҡа килә, ә ошо ете төҫ башҡаларҙың нигеҙе булып тора. Әҙәм балаһы ҡулында улар йәнләнә, мөғжизә тыуҙыра.
— Ағастан һырлап яһау теләге уйламағанда булды, — тип һөйләй оҫта. — Уның үҙенсәлекле һырҙары, боролоштары буяу һымаҡ күңелде тартты.
Үткән быуаттың (ҡайһылай алыҫ һымаҡ) етмешенсе йылдарындағы байтаҡ комсомол йәштәре кеүек үк, Рәмилде лә йәшлек дәрте, романтика Себер тарафтарына илтә. Флүзә исемле һылыу ҡыҙға өйләнгәс, Төмән өлкәһенең Ҡанды районында төпләнәләр. Әлбиттә, торлаҡ һалыу мәсьәләһе тыуа. Уны хәл иткәс, күңеле менән рәссам Рәмил кәрниз биҙәктәре, тәҙрә йөҙлөктәре семәрләй башлай. Эше лә тап килә — урман хужалығында рәссам-биҙәүсе. Бейеүсе бейей-бейей оҫтара тигән шикелле, яңы шөғөлөнөң емештәре лә күренә, был хәбәр леспромхоз директоры Борисовҡа барып етә. Ғәлиевтең эштәрен килеп күргәс, директор уға ағас эшкәртеү буйынса токарь станогы алып бирергә була. Ошо ҡоролмала “Модуль” тип аталған төҙөлөш материалы сығара башлайҙар. Йәғни юнып, ҡәләм шикелле төп-төҙ бүрәнә етештерәләр. Уны беҙҙә шуға ла “карандаши” тип йөрөтәләр. Эш яйға һалынғас, станогын башҡаларға тапшыра ла ҡатыны Флүзә менән ағастан семәрләп әйберҙәр яһау буйынса цех асып ебәрә.
Эштәре көйлө бара. Ләкин күңел тыуған яҡҡа тарта. Флүзә лә ошо уҡ тойғоларҙы кисерә. Шулай итеп, нәҡ ике тиҫтә йыл элек, улар Башҡортостанға юллана. Хаҡлы ялға сыҡҡансы, Флүзә апай мәктәптә ашнаҡсы булып эшләй. Ә Рәмил ағай һыҙма, рәсем, хеҙмәт дәрестәре алып бара. Бынан тыш, балаларға ағас-таҡтанан төрлө һындар, биҙәктәр һырларға өйрәтә. Әйткәндәй, йәш оҫталар үҙҙәренең эштәре менән районда ғына түгел, республика конкурстарында, күргәҙмәләрендә ҡатнаша.
— Ағас һындарҙы берәй ерҙән ҡарап эшләйһеңме? — тип һорамайынса булдыра алманым. Ниндәйҙер өлгө кәрәк бит инде, йәнәһе.
— Улар күңелдә тыуа. Ҡайһы саҡта үҙенсәлекле ағас үҙе үк ниндәйҙер һынға оҡшап тора, — ти оҫта. — Шул саҡта ҡулдар ҡасауға, ағас сүкешкә тартыла.
Бына шулай күңеленә йәм табып, башҡаларға шуны өләшеп йәшәй оҫта. Әйткәндәй, Рәмил ағай “Башҡортостан”дың дуҫы ла. Гәзитте алдырып уҡып ҡына ҡалмай, хәбәрҙәр ҙә яҙа.
Рәлис УРАҘҒОЛОВ.
Ҡырмыҫҡалы районы.