Бөгөн Өфө ҡалаһында һаулыҡ һаҡлау мәсьәләләре буйынса Республика Советының күсмә ултырышы асыла. Пленар өлөшө баш ҡалала уҙғандан һуң, сара Туймазы, Шаран һәм Баҡалы райондарында дауам итәсәк.
— Республиканың һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә күрелгән етди саралар үлем осрағын өс процентҡа кәметеүгә булышлыҡ итте, — тигәйне Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Георгий Шебаев күсмә ултырыш алдынан уҙған коллегияла. — Туғыҙ айҙа 5 139 кеше (былтырғынан 20 процентҡа күберәк) юғары технологиялы медицина ярҙамынан файҙаланған, йәнә 1 129 кеше сиратта тора. 94,4 мең кеше тәүге тапҡыр онкологка күренгән, 8,5 мең пациент Республика клиник онкология диспансерында дауаланған. Йөрәк-ҡан тамырҙары хирургияһы буйынса юғары технологиялы операцияларға квоталар күләменең артыуы шулай уҡ күптәрҙең ғүмерен һаҡлап алып ҡалырға ярҙам итте. Юл-транспорт ваҡиғаһына юлыҡҡандарға медицина ярҙамын күрһәтеүҙе камиллаштырыу ҙа дауам итә. Һөҙөмтә хаҡында һандар һөйләй: аварияға эләккәндәр араһында үлем осрағы 17,9 процентҡа кәмегән.
Кеше ғүмере һәм сәләмәтлеге өсөн яуаплы өлкәлә көн дә өр-яңы мәсьәләләр тыуып ҡына тора. Белгестәр үҙ-ара кәңәшләшеп эш иткәндә, тәжрибә уртаҡлашҡанда ғына уларҙы хәл итеп була. Быйылғы күсмә ултырышта ҡараласаҡ мәсьәләләрҙең иң мөһимдәре — үлем осрағын кәметеү, әсәләр һәм балалар сәләмәтлеген һаҡлау, халыҡты дарыу менән тотҡарлыҡһыҙ тәьмин итеү, кадрҙарға ҡытлыҡты бөтөрөү.
Быйыл 1 ғинуарҙан тормошҡа ашырыла башлаған "Ауыл табибы" федераль программаһын республикабыҙҙың йәш медицина белгестәре дәррәү күтәреп алды. Уға ярашлы, 2011 — 2012 йылдарҙан алып биш йыл ауылда эшләргә теләгән 35 йәшкә тиклемге табипҡа бер миллион һум аҡса бирелә. Һиҙелерлек ярҙам юғары белемле медицина хеҙмәткәрҙәрен ауылға ылыҡтыра. Райондарҙа табиптар етешмәгән мәлдә программа ауылдарҙың киләсәгенә ышанысты нығытты.
Президент Рөстәм Хәмитовтың тырышлығы арҡаһында Башҡортостанға федераль бюджеттан мул ғына өлөш бүленде — 553 миллион һум. Былтыр республика етәксеһенең ауылға ҡайтҡан табиптарға 100 мең һум биреү тураһындағы Указға ҡул ҡуйыуы ошондай ыңғай һөҙөмтәгә килтерҙе. Әлегә өс йөҙҙән ашыу йәш табип дәүләт ярҙамын алырға өлгөргән.
Программаның уңышлы үтәлеүенә Баҡалы районы халҡынан да нығыраҡ һөйөнөүселәр бармы икән! Был төбәккә бер юлы тиҫтәнән ашыу табип ҡайтҡан.
Терапевтар Эльвира Сәғитова, Регина Зәйнуллина, Диләрә Гәрәева, эндокринолог Эльвира Хәбибуллина, хирургтар Руслан Гәрәев, Эльмир Ибәтуллин, дерматовенеролог Эльза Сәхәүетдинова, акушер-гинеколог Ләйсән Ибәтуллина, кардиолог Валерия Вәлиева, стоматолог Илназ Иғдиев һәм оториноларинголог Рәмил Мостаевтарға баҡалылар ҙур өмөт бағлай.
Участка терапевы Регина Зәйнуллина дәүләт ярҙамын алған да инде.
— "Ауыл табибы" программаһында ҡатнашыуыма бик шатмын. Баҡалы үҙәк район дауаханаһында һөҙөмтәле эшләү өсөн барлыҡ шарттар булдырылған. Беҙгә яҡташтарҙың ышанысын аҡларға һәм уларға мөмкин тиклем файҙа килтерергә тырышырға ғына ҡала, — ти белгес.
Лира ГӘРӘЕВА.
Баҡалы районы.