Шаран районында 23 600 самаһы кеше йәшәй. Уларҙың һаулығын хәстәрләүсе үҙәк район дауаханаһы 123 койкаға иҫәпләнгән, бында 47 табип һәм 237 урта медицина хеҙмәткәре эшләй. Тағы ла ике ауыл амбулаторияһы, ҡырҡ фельдшер-акушерлыҡ пункты бар, һәммәһе лә кәрәкле ҡорамал һәм дарыу менән тәьмин ителгән.
Шарандарға һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә зарланыр урын да юҡ кеүек. Шулай ҙа уларҙың яңы поликлиника хаҡында хыялланыуын белдек. Көнөнә 150 кешене ҡабул итеү ҡеүәтенә эйә булған иҫке бина урынына заман талаптарына яуап бирерҙәйен төҙөү, ысынлап та, өлгөрөп еткән мәсьәләгә әүерелгән. Һаулыҡ һаҡлау буйынса Республика Советының күсмә ултырышынан һуң был теләк тормошҡа ашыр тип өмөтләнә халыҡ.
Баш табип Вил Фәхретдинов әйтеүенсә, демографик хәл районда көсөргәнешле булған. Һуңғы осорҙа, ниһайәт, үлем осрағының кәмеүе күҙәтелә башлаған.
— Демографик көрсөк мәсьәләләрен хәл итеү өсөн иҫкәртеү сараларын күрәбеҙ, диспансерлаштырыу үткәрәбеҙ, дауалау һәм сәләмәтлекте тикшереүҙең яңы төрҙәрен үҙләштерәбеҙ. Республика етәкселеге ярҙамы менән заманса медицина ҡорамалдары алдыҡ. Районда сабыйҙарҙың һәм әсәләрҙең үлем осрағын кәметеү буйынса маҡсатлы программалар эшләй, — тине Вил Ғәйнетдин улы.
Күсмә ултырышҡа әҙерләнеү өсөн республика өс райондың һәр береһенә 15-әр миллион һум аҡса бүлгән. Шарандар уның 10 меңен хирургия корпусын ремонтлауға, атап әйткәндә, ҡыйыҡ, тәҙрә, ишек, иҙән һәм башҡаларҙы алмаштырыуға тотонған. Ҡалғанына диагностика ҡорамалдары алынған.
Бөтөн республиканан йыйылған ҡунаҡтарҙы Шаран үҙәк дауаханаһы лайыҡлы ҡаршылай: алтаҡтаһы, хеҙмәт ветерандары һәм атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәренә бағышланған стенд яңырған. Дауахананың тирә-яғына 400 төптән ашыу ағас ултыртылған.
Әйткәндәй, баш табип менән әңгәмә барышында яңы поликлиниканың проект-смета документтарының әҙерләнеүе хаҡында билдәле булды. Ул көнөнә 250 кешене ҡабул итә аласаҡ. Күсмә ултырыштың был төбәккә бәрәкәт алып килеүен, халыҡ бағлаған өмөттөң аҡланыуын теләргә ҡала.
Нурзиә Хәсәнова
Шаран районы.