Почтальондар һәм гәзитебеҙҙе таратыусылар араһында бәйге иғлан итеү тураһында хәбәр иткәйнек инде. Уға ярашлы, гәзитте кәмендә 50 кешегә яҙҙырған һәр почтальон һәм әүҙем йәмәғәтсе тос ҡына премия менән бүләкләнәсәк. Почта бүлексәһендә баҫмабыҙға яҙылыусылар һаны тағы ла күберәк булһа, премияның күләме лә шуға ярашлы артасаҡ.
Гәзиткә яҙылыу хаҡтары һәр йомала телепрограмма битендә баҫыла. Улар менән шулай уҡ сайттан да танышырға мөмкин: https://bash.bashgazet.ru/blog/archives/13042.
Почтальондар һәм дуҫтарыбыҙ халыҡ араһында "Башҡортостан" гәзитенең әһәмиәтен аңлатыуға һәм таратыуға ҙур көс һалыр тигән өмөттәбеҙ.
Күмәкләгән — яу ҡайтарған, тиҙәр бит. Әйҙәгеҙ, туғандар, киләһе йылда 95 йыллығын билдәләйәсәк гәзитебеҙҙең таралыу даирәһен бергәләп киңәйтәйек — ул бар тарафта, һәр өйҙә ҡәҙерле ҡунаҡ, рухи хазина булһын!
Мөхәрририәт.