Эш хаҡы арта08.11.2012
Башҡортостан Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, 1 октябрҙән ауыл биләмәһе башлыҡтарының, шулай уҡ муниципаль вазифа башҡарған кешеләрҙең эш хаҡы 6 процентҡа артты. Республика Президенты Рөстәм Хәмитов сентябрҙә үк ошо турала ҡарар ҡабул иткәйне.

Тәүге ярты йыллыҡта республикала 22 мең чиновник иҫәпләнгән булһа, шуның туғыҙ мең самаһы — федераль, биш меңе — республика министрлыҡтары һәм ведомстволары, 8200-ө — муниципаль, йәғни урындағы власть органдары хеҙмәткәрҙәре. Һуңғы бер нисә йылда муниципаль хеҙмәткәрҙәр һаны бер нисә тапҡырға артҡан. Үҙгәрештәр урындағы власть вәкилдәренең генә эш хаҡына ҡағыласаҡ.
А. ХӘЛИЛОВ.


Вернуться назад