Павел БИКМУРЗИН, Башҡортостандың “Эрвел Мари” төбәк милли-мәҙәни автономияһы етәксеһе:— Проект менән Интернет селтәрендә таныштым. Әлеге ниәтте тулыһынса хуплайым. Минеңсә, ысынлап та, йәмғиәттә үҙ халҡың, тыуған ерең өсөн ғорурлыҡ тойғоһон көсәйтеү мөһим. Ошо тойғоно нығытып ҡына милләтте бер бөтөн итеп тупларға була. Башҡортостан мариҙары бөтөн милләт ғорурланырлыҡ улдар тәрбиәләп үҫтергән, уларҙы оло юлға сығарған: Валерьян Васильев, Яныш Ялкайн, Алексей Искәндәров, Анатолий Бик, Станислав Шакиров, Рима Батталова. Был исемлекте әллә күпме дауам итеп булыр ине. Билдәле яҡташтарыбыҙ менән сикһеҙ ғорурланабыҙ.
Әлегә тиклем республикала һәр милләткә иғтибарлы ҡараш булды, телде, мәҙәниәтте үҫтерер өсөн күп эш эшләнде. Тик һәр милләт үҙ ҡаҙанында ҡайнаны. Шуға ла ошо проект ярҙамында аралашыу даирәһе киңәйер тип ышанам.
1917 йылда Бөрө ҡалаһында Бөтә Рәсәй мариҙарының беренсе съезы үткән. Сараның стенограммалары һәйбәт һаҡланған. Мари халҡы көн ҡаҙағына һуҡҡан мәсьәләләрҙе күтәргән: мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, мәҙәни үҫеш, башҡа социаль проблемалар. Быйыл съезд ойошторолоуға 95 йыл тула, ошо айҡанлы декабрь башында йәнә Бөрө ҡалаһында “түңәрәк өҫтәл” үткәрергә йыйынабыҙ. Сараға сит тарафтарҙан, Мари Иле Республикаһынан да ҡунаҡтар киләсәк. Билдәле рәссам Георгий Калитовтың 60 йәшлек юбилейына арналған күргәҙмә ойоштороласаҡ. Тап ошо сарала яҡташтарыбыҙ менән “Берҙәм Рәсәй” партияһы тәҡдим иткән “Яҡташтар” проекты тураһында ла фекер алышасаҡбыҙ.
Л. НУРЕТДИНОВА
яҙып алды.