Ер хәстәре менән йәшәй ул08.11.2012
Ер хәстәре менән йәшәй улБашҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Дәүләт Йыйылышы —Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһендә: “Дәүләт ярҙамынан башҡа ауылдың күтәрелә алмаҫы көн кеүек асыҡ. Ауыл халҡы булмаһа, беҙ ҙә аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеү мәсьәләһен хәл итә алмаясаҡбыҙ”, — тип билдәләгәйне. Республика башлығының был һүҙҙәре Стәрлетамаҡ районының Мәҡсүт ауылы егете Ҡасим Ғәбделмәжит улы ИШЕМБАЕВ кеүек шәхси хужалыҡтарҙы үҫтереүҙе маҡсат итеп ҡуйған һәр кемдә яҡлау тапҡандыр. Был өлкәлә бөтә баҫҡыстарҙы үтеп, күп ҡаршылыҡты еңеп, уңышлы эшләп алып киткән йүнселдәрҙең береһе ул.

Бәхет эҙләп... Ырымбурға

Бәләкәй эшҡыуарлыҡ башланып ҡына торған 90-сы йылдарҙа тап Ҡасим кеүек ҡыйыу егеттәргә юл ярырға тура килә лә инде. Ә баҙар иҡтисады шарттары бер кемде лә аямай, аҙым һайын осрап торған ҡаршылыҡтар алдында юғалып ҡалмағандар ғына маҡсатына өлгәшә ала. Ҡасим Ишембаев — ана шундайҙарҙан.
Башта әрме хеҙмәтендә сыныға егет. Тыуған ауылына старшина дәрәжәһендә ҡайта. Бер аҙҙан һөйгән ҡыҙы Алһыуға өйләнә. Ғаилә ҡороу — бер, ә уны тәьмин итергә лә кәрәк бит әле. Cәмсел йәш ир менән ҡатында шул саҡта уҡ әле үҙ эшен булдырыу уйы тыуа. Күп тә үтмәй, йәштәр хыялын тормошҡа ашыра ла башлай: шәл бәйләйҙәр. Бәйләү машиналарында эшләргә, ҡатынынан күрмәксе, Ҡасим да оҫтарып ала.
Эштәре көндән-көн алға китә Ишембаевтарҙың. Тауҙай өйөлгән мамыҡ шәлдәрҙе улар күмәртәләп Үзбәкстанға алып барып һата һәм тәүге аҡсаларына “Жигули” машинаһы алып ҡайта. Бер-бер артлы ҡыҙҙары Айгөл менән Алина тыуа.
Донъялары алға тәгәрәп барһа ла, йәш ғаилә алдына тормош үҙ һынауҙарын да ҡуя килә. Хәйер, бер уларға ғына түгел. Эш хаҡтарын әйберләтә түләү, аҡсаһыҙлыҡ, йәшәр урын булмау күптәрҙе Себер тарафтарына китергә мәжбүр итә. Ишембаевтар иһә Ырымбурға юллана. Сит ҡалаға килеү менән ғаилә башлығы заводҡа эшкә урынлаша. Тиҙ арала Ҡасим предприятиеның хеҙмәт алдынғылары рәтенә баҫа, өлкә гәзиттәренең геройына әйләнә. Завод етәкселеге уңған эшсе ғаиләһенә бер йыл эсендә ике бүлмәле фатир биреп һөйөндөрә. Яңы дуҫтар, таныштар... Ишембаевтар бында тиҙ арала үҙ кешегә әйләнә.

Йән тартмаһа ла, ҡан тарта

Ҡыҙҙарын үҙ милләте мөхитендә уҡытыу теләге Ҡасим Ғәбделмәжит улын йәнә Башҡортостанға ҡайтырға мәжбүр итә. Ғаилә Стәрлетамаҡ ҡалаһында төпләнә. Булдыҡлы ир бында ла юғалып ҡалмай. Етмәһә, яҙмышына ыңғай тәьҫир итерҙәй изге күңелле кешеләр менән таныша. Шуларҙың береһе “Башпотребсоюз” ойошмаһы директоры Марат Бикмөхәмәтов була. Күпмелер дәрәжәлә баҙар мөнәсәбәте ҡағылған ҡулланыусылар кооперацияһында эшләү уның өсөн эҙһеҙ үтмәй, Марат Абдулсамат улынан күп нәмәгә өйрәнә Ҡасим. Фәҡәт уның кәңәше менән ситтән тороп Мәләүез ит һәм һөт сәнәғәте техникумына уҡырға инә.
Тормошонда тәрән эҙ ҡалдырған тағы бер кеше — 90-сы йылдарҙа Стәрлетамаҡ нефть химияһы заводының ярҙамсы хужалығы етәксеһе булған Рәшит Вахитов. Ауыл хужалығы етештереүенең бөтә нескәлектәрен үҙләштергән юғары класлы белгесте Ҡасим Ғәбделмәжит улы әле булһа үҙенең остазы тип иҫәпләй.

Бер-береңә терәк булып йәшәргә

Бөгөн ул — илдә аҙыҡ-түлек программаһын үтәүгә туранан-тура тос өлөш индергән эшҡыуар. 2006 йылда Стәрлетамаҡ районы биләмәһендә ҡатнаш аҙыҡ етештереү буйынса махсус цех төҙөп, тирә-яҡтағы хужалыҡтарҙы ошо ҡиммәтле аҙыҡ менән тәьмин итә башланы Ишембаев. 2010 йылғы ҡоролоҡта Омск өлкәһенән, Алтай крайынан 1200 тонна арпа, бойҙай, көрпә алып ҡайтып, ҡатнаш аҙыҡ менән күпме шәхси хужалыҡты тәьмин итте!
Әйткәндәй, Ҡасимдың эшҡыуарлыҡ һәләте әсәһенән киләлер. Сауҙа өлкәһендә балыҡ кеүек йөҙгән Мәхмүзә Ғөбәйҙулла ҡыҙы ғүмере буйы һатыусы булып эшләй. Һуғыштан ҡайтҡан мөғәллим Ғәбделмәжит менән тормош ҡороп, балалар үҫтереп, ауыл хужалығын тергеҙеүгә лә тос өлөш индерә улар. Эшһөйәр ата-әсәнән тыуған балалар, ниндәй генә һөнәр һайлаһа ла, үҙ эшенең оҫтаһына әйләнә. Миңйыһандары оҙаҡ йылдар Яңы Федоровка ауылы мәктәбендә пионервожатый булып эшләне. Салауат ҡалаһында йәшәгән Һаҙый тыуған ауылына ҡайтып йорт һалды. Ҡасим һымаҡ эшҡыуар булып киткән Таңһылыу Мәҡсүт ауылында әсәләре иҫтәлегенә “Мәхмүзә” мәсетен төҙөттө. Төпсөктәре Ҡадир, атаһы юлынан китеп, уҡытыусы һөнәрен һайланы. Ун бер йәшендә етем ҡалып, улар менән бергә тәрбиәләнгән ике туған ҡустылары Саматты ла ситкә тибәрмәйҙәр. Ҡыҫҡаһы, Ишембаевтар бер-береһе өсөн йән атып, үҙ-ара терәк булып, татыу йәшәй.

Халыҡ мәнфәғәте барыһынан да өҫтөн

Юҡ, үҙ ҡаҙанында ғына ҡайнаған, үҙ мәнфәғәтен генә ҡайғыртҡан заттан түгел улар. Ҡасим Ғәбделмәжит улы — халҡым, милләтем тип янған ир-егеттәребеҙҙең береһе. Айыусы ауылында Ҡаһым түрәгә һәйкәл асыуҙа уның да туранан-тура ҡатнашлығы бар. Ә күпме яҡташына, мәктәптәргә, клубтарға “Ашҡаҙар” гәзитен бүләк итте! Быларҙан тыш та башҡарған эше бихисап. Бөгөн эшҡыуар Ашҡаҙар мәктәбендә милли көрәш буйынса секция булдырыуҙы маҡсат итеп ҡуйған.
Ә шулай ҙа Ҡасим Ишембаевты бөтәһенән элек ер яҙмышы, ауылдарҙың киләсәге борсой.
— Ауыл кешеһе ерһеҙ йәшәй алмай, шуға күрә шәхси хужалыҡтарҙы күтәрергә кәрәк. Бөгөн һәр кем үҙенә ышанып йәшәргә тейеш, — тип иҫәпләй ул һәм әйткәндәрен ата-бабалары тарихына бәйләп дәлилләп ҡуя. — Үҙегеҙ уйлап ҡарағыҙ: ун туғыҙынсы быуаттың 30-сы йылдары аҙағында — 40-сы йылдары башында Айыусы ауылында ғына ла бер йортҡа уртаса 18 ат һәм 20 баш һыйыр тура килгән, ә Мәҡсүттәге һәр йортта уртаса 16 ат, 14 һыйыр йәки башмаҡ, 2–5 баш һарыҡ аҫрағандар. Тырышһаҡ, әлеге ваҡытта ла шәхси хужалыҡтарҙы ошо кимәлгә еткерергә була. Үҙем фермер хужалығы булдырҙым. Бөлгөнлөккә төшкән “Ашҡаҙар” колхозының 67 кешеһе 536 гектар пай ерҙәрен миңә ышанып тапшырҙы. Ә ҡуртым өсөн уларға мин бесән, һалам, иген бирәсәкмен... Эшҡыуар һүҙ ыңғайында ер кешеһен борсоған проблемаларға ла туҡталып китте:
— Хөкүмәт биргән пайҙарҙы рәсми теркәргә күп ваҡыт һәм сығым китә, ошо эште ябайлаштырырға кәрәк. Был маҡсатта мин, мәҫәлән, 230 мең һум аҡса сарыф иттем. Ә бит уны атҡарып сығыу бөтә кешенең дә ҡулынан килмәй. Ауылда йәшәгән һәр кем минең фекер менән килешер.

Улына мираҫ — яратҡан һөнәре

Яҙмышынан ҡәнәғәт ул. Ҡыҙҙары үҫеп етеп, икеһе лә БДУ-ның иҡтисад факультетын тамамлап, башлы-күҙле булған. Ейәнсәре Айһылыуға, ейәндәре Давид менән Байрасҡа олатай булырға ла өлгөргән. Тик сәскә кеүек ҡыҙҙар бүләк иткән хәләл ефете Алһыу ғына яҡты донъяла юҡ. Ләкин тормош дауам итә. Бөгөн ул яҙмышын Венера Кәлимулла ҡыҙы менән бәйләгән. Ҡатыны Илнур исемле малай ҙа бүләк иткән. Хәҙер инде ул егет ҡорона инеп, совхоз-техникумда уҡып йөрөй, агроном булырға йыйына. Самбо, милли көрәш буйынса 1-се разрядлы спортсы. Кинйә улына ҙур өмөттәр бағлай Ҡасим Ишембаев. Уның һәр уңышлы аҙымында үҙ башланғысының дауамын күрә ул. Атай һөнәре — балаға мираҫ, ти халыҡ мәҡәле. Тимәк, ер һулышын, ер йылыһын берҙәй тойған атай менән ул тағы ла олораҡ маҡсаттарға табан бергә атлаясаҡ әле, сөнки ауылдарыбыҙҙың киләсәге тап Ишембаевтар һымаҡ йүнсел ир-егеттәр ҡулында.
Римма ҒӘЛИМОВА.


Вернуться назад