Ауыл ерендә йәштәрҙән: “Нимә менән шөғөлләнәһең?” — тип һораһаң, күптәре “эш юҡ” тип яуап бирә. Әзмәүерҙәй ир-егеттәрҙең ауылда эшһеҙлеккә һылтанып ятыуын бер нисек тә аңлап булмай. Маҡсат ҡуйған кеше һис ҡасан да зарланмай, теләк, тәүәккәллек кенә булһын.
Мостафа ауылында йәшәүсе Зөлфиә менән Фәүҙәт Әһлетдиновтар юғалып ҡалмаған: крәҫтиән (фермер) хужалығы ойошторған. Уның төп йүнәлеше — мал-тыуар үрсетеп һатыу. Әһлетдиновтарҙың хужалығында бөгөн 20 башҡа яҡын һыйыр малы аҫрала. Халыҡ һорауы буйынса тоҡомло һыйыр ҙа үҫтермәкселәр. Бының өсөн Дүртөйлө районынан бер нисә баш ҡара-сыбар тана һатып алғандар. Хужалыҡ әлегә бик үк ҙур булмаһа ла, техникаға ҡытлыҡ тоймайҙар: һабаны, сапҡысы, йыйғысы булған “МТЗ-80” тракторы бар.
Тиҫтәләгән баш мал аҫрау тырышлыҡ талап итә, әммә хужа тормошҡа зарланмаҫҡа, иртәнән кискә тиклем эшләргә кәрәк тип иҫәпләй. “Ни өсөн фермерлыҡ менән шөғөлләнергә уйланың?” — тигән һорауға Фәүҙәт: “Ниндәй эшкә тотонһаң да, уны урын-еренә еткереп башҡарырға була, тик ялҡауланмау мөһим. Крәҫтиән хеҙмәтенең тәмен белергә атай-әсәй өйрәтте, бәләкәйҙән тырыш булдым”, — тине ул.
Тормош иптәше Зөлфиә, ҡала ҡыҙы булһа ла, ауыл тормошон ярата. Түбәнге Кама ҡалаһынан өләсәһе менән олатаһына ҡунаҡҡа ҡайтҡанында уҡ Фәүҙәттең күңелен яулаған ул. Күп тә үтмәй, шаулатып туй үткәргәндәр. Донъяларын йәмләп ҡыҙҙары Сулпан тыуған, әле уға бер йәш тә тулмаған.
Йәш ғаилә Зөлфиәнең өләсәһе Әһлиә менән олатаһы Наил Сабуровтар янында йәшәй. Үҙҙәренә йорт һалып сығыу хәстәрлеген күрәләр. Төҙөлөш материалдары туплай башлаған да инде ғаилә башлығы. Ун биш умарталары бар. Фәүҙәттең, йәш булыуына ҡарамаҫтан (уға 24 йәш), был йәһәттән тәжрибәһе етерлек. Мауыҡтырғыс һәм файҙалы эшкә уны атаһы өйрәткән. Ҡортсолоҡтоң килемле һәм кәрәкле шөғөл икәнлеген белгән ғаилә киләсәктә умарталығын тағы ла киңәйтергә уйлай.
Тырыш йәштәргә юлда осраған ауырлыҡтар сәм генә өҫтәй. Уларҙың тормош һынауҙарына бирешмәйенсә алға атлаясағына шик юҡ.
Лира ГӘРӘЕВА
Баҡалы районы.