“Башинком” фәнни-ғәмәлгә индереү предприятиеһы хеҙмәткәрҙәре “Алтын көҙ-2012” халыҡ-ара күргәҙмәһенән ике алтын миҙал менән ҡайтты. Коллектив, ғөмүмән, халыҡ-ара, Бөтә Рәсәй һәм төбәк агросәнәғәт күргәҙмәләрендә, йәрминкәләрендә алынған төрлө дәрәжәләге 60-лап миҙалға һәм 150-нән ашыу дипломға лайыҡ булды.
Был наградалар предприятиеның үҫемлекселек, ветеринария, биотехнологиялар өлкәләрендәге өр-яңы эшләнмәләре илдә һәм донъяла юғары баһа алыуына асыҡ дәлил булып тора. Рәсәйҙең төп аграр күргәҙмәһендә был юлы ниндәй продукция награда менән билдәләнде һуң?
“Лаксил” препараты ғалимдарҙа һәм белгестәрҙә ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы. Юғары сифатлы силос алыу өсөн тәғәйенләнгән был эшләнмә Беларусь Республикаһы Фәндәр академияһының Микробиология институты ғалимдары менән берлектә ғәмәлгә индерелгән. Әсегән һөт бактерияларынан алынған ойотҡо һәм махсус пробиотик ауыр үҙләштерелгән үләндәрҙе туҡлыҡлы ризыҡҡа әйләндерә. “Лаксил” ойотҡоһо ҡушылған силос химик консервант ҡушылған аҙыҡтан ҡалышмай, сифаты ла юғары, етештереүгә сығымдар ҙа ҙур түгел.
Пробиотикты ҡушыу һөҙөмтәһендә силостың ҡиммәте арта. Бындай аҙыҡ малдар өсөн шифалы, сөнки файҙалы бактерияларҙан, ферменттарҙан, витамин, аминокислоталарҙан тора. Бынан тыш, лаксил универсаль консервант ҡына түгел, ул аш һеңдереүҙе әүҙемләштерә, ашҡаҙан-эсәк эшмәкәрлеген, организмда матдәләр алмашыныуын яҡшырта. Уны үҙләштереү һөҙөмтәһендә малдың һәм ҡош-ҡорттоң продуктлылығы арта.
Ҡоролоҡ, һутлы аҙыҡ етмәү шарттарында яңы препараттың әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Әйткәндәй, ҡулланылышта уның сығымы ярайһы уҡ түбән: бер литр препарат 15 тонна йәшел аҙыҡты эшкәртеүгә етә. Өҫтәүенә ул һыйырҙар үҙһенмәгән ҡарағураны ла файҙалыға әүерелдереү мөмкинлеген бирә. Рәсәй төбәктәренән, шулай уҡ сит илдәрҙән күп кенә аграрийҙар Башҡортостан ғалимдарының ошо эшләнмәһенә ҙур ҡыҙыҡһыныу белдерҙе. Малдың продуктлылығын арттырыу өсөн “Биогумитель” пробиотик аҙыҡ өҫтәмәһе һәм төрлө йоғошло сирҙәрҙе иҫкәртеү өсөн “Ветоспорин” препараты юғары баһа алды.
“Фитоспорин-М”, “Гуми”, “Борогум”, “Бионекс-кеми” биопрепараттары өсөн дә “Башинком” коллективына алтын миҙал тапшырылды. Улар Рәсәйҙә генә түгел, сит илдәрҙә лә киң танылған. Һыналған препараттар баҫыуҙың уңдырышлылығын арттырыу, экологик яҡтан таҙа продукция алыу өсөн алдынғы агропредприятиелар тарафынан әүҙем ҡулланыла.
Л. ИШЕМҒОЛОВА.